Главная

Популярная публикация

Научная публикация

Случайная публикация

Обратная связь

ТОР 5 статей:

Методические подходы к анализу финансового состояния предприятия

Проблема периодизации русской литературы ХХ века. Краткая характеристика второй половины ХХ века

Ценовые и неценовые факторы

Характеристика шлифовальных кругов и ее маркировка

Служебные части речи. Предлог. Союз. Частицы

КАТЕГОРИИ:






Булат Ишемғолдоң бала сағы һәм үҫмерлек осоро




Булат Ишемғол 1900 йылдың мартында Ейәнсура районы Яңы Себенле ауылы муллаһы Ғабдрахманов Закир ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Буласаҡ шағирҙың бала сағы был заман өсөн типик шарттарҙа: дингә ышаныу, наҙанлыҡ менән характерлы крәҫтиән ғаиләһендә фәҡирлектә ыҙа сигеп үтә. Шағир автобиограияһында шулай яҙа: “ Байлыҡ – бер айлыҡ, фәҡирлек, ҡәҙерен белеп тотһаң, - мәңгелек” тип, ҡалған ярты ғүмерҙе мәсеттә уҙғарып, кешеләр ашлыҡ сәскәндә, өйҙә ятып, кешеләр бесәнгә башлағанда, ашлыҡ сәсеп, йәй буйы йәйләүҙә ҡунаҡта йөрөп, ҡар яуғас, иген урып, ун дүрт йән аҫыраған атай тәрбиәһендә, әлбиттә, ауыр көн кисерергә тура килде. Шуның өсөн дә тап туғыҙ йәшемдә мин ғаиләлә эшсе көсө булып һаналдым.”[3] Туғыҙ йәшенән алып Булат мәҙрәсәлә уҡый. Артабан уҡыр өсөн атаһынан ҡасып Ырымбурға килә, ләкин уҡырға инә алмай. 1916 йылдың көҙөндә Өфөгә, “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә килеүе уның киләсәк яҙмышында хәл иткес әһәмиәткә эйә була. Мәҙрәсә, шағирҙың үҙ һүҙҙәре менән әйткәндә, “аҡсаһыҙ башҡорт малайын бик һалҡын ҡаршы алыуына” [3] ҡарамаҫтан, әҙерлек курсында ете ай уҡыу дәүерендә Туҡай, Дәрдмәнд, Ғафури, С.Рәмиев әҫәрҙәре менән, ҡайһы бер шағирҙарҙың үҙҙәре менән дә яҡындан таныша һәм был уның үҙенә лә тәүге әҙәби тәжрибәләр яһауға этәргес бирә. Әлеге ярлылыҡ һөҙөмтәһендә тиҙҙән Булат Ишемғолға Өфөнө ташлап, тыуған ауылына ҡайтып китергә тура килә. Тап ошо осорҙа, 1916 – 1917 йылдарҙа, Б.Ишемғолдоң тәүге шиғырҙары яҙыла. Шағирҙың иң тәүге сатирик, юмористик шиғырҙары Ырымбурҙа сыҡҡан “Ҡармаҡ” журналында баҫыла. Улар әле күбеһенсә Туҡайға, Ғафуриға эйәреп яҙылып, тормоштан ризаһыҙлыҡ, өмөтһөҙлөк, көтөү, эҙләнеү мотивтары менән һуғарылған. “Өҙөлгән өмөттәр”, “Бәхет юҡ”, “Меҫкен шәкерткә”,– шиғырҙарҙың исемдәре үк уларҙың йөкмәткеһен, йүнәлеше хаҡында асыҡ һөйләп тора. Йәш шағирҙың тәүге әҫәрҙәренең идея йүнәлеше, йөкмәткеһе тураһында уның “Ғүмере юлында” исемле шиғырының тәүге строфаһы буйынса ла фекер йөрөтөргә мөмкин: Юлым тау – тау, ҡая таш һәм дә һыуһыҙ, Ҡалын күкрәк менән тау аҡтарам мин.

“Ҡалын күкрәк менән тау аҡтара алманым – уҡырға дәрт бик ҙур булһа ла, дарман етмәне”, - тип яҙған шағир үҙе. [ 4].

Булат Ишемғолдоң тормош девизы: Һәр саҡ – тормош үҙәгендә, һәр ваҡыт – кешеләр менән һәм кешеләр өсөн

Октябрь революцияһының еңеүен Булат Ишемғол тыуған ауылында, уҡытыусы булып ҡаршы ала. Шунда уҡ яңы тормоштоң актив ҡатнашсыһына әйләнә. 1919 йылдан, Ҡыпсаҡ – Ете ырыу кантонында бик күп партия – совет һәм йәмәғәт эштәре башҡара: ВКП(б) һәм РКСМ кантон комитеттарының бюро ағзаһы, кантон башҡарма комитеты президиумы ағзаһы, мәғариф инспекторы, кантон хәрби комиссариатының политбүлек начальнигы һ.б. Булат Ишемғол В.И.Ленин декреты буйынса 1919 йылдың 23 мартында төҙөлгән Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы менән бергә үҫә. 1921 йылдың аҙағында шағирҙы комсомол өлкә комитетының бюро ағзаһы итеп һайлайҙар һәм ул комсомол органдарында дүрт йыл – 1925 йылғаса эшләй. Был осор Б.Ишемғолдоң шағир булараҡ та актив үҫеү дәүере була. Артабанғы ижад эшмәкәрлеген шағир йәш республиканың күренекле партия - совет работнигы булып эшләү менән бер ҡатарҙан алып бара. “Оло Башҡортостан” төҙөлөп, үҙәге Өфөгә күскәндән һуң ғына, Булат Ишемғол “Башҡортостан” газетаһының редакторы, партия өлкә комитеты работнигы, Башҡортостан яҙыусылар союзы етәкселәренең береһе, партия өлкә комитеты эргәһендәге марксизм – ленинизм классиктары әҫәрҙәрен тәржемә итеү секторының етәксеһе кеүек яуаплы эштәрҙе башҡара. “Һәр саҡ – тормош үҙәгендә, һәр ваҡыт – кешеләр менән һәм кешеләр өсөн” – Булат Ишемғолдоң тормош девизы шундай булған. Револицион шиғриәткә Б.Ишемғол юғары романтика, көслө пафос менән һуғарылған, эштә, көрәштә тыуған поэтик табыштар менән килә. Октябрь, азат Ватандың хеҙмәт кешеләре, тормош тулылығын йырлау – шағирҙың тәүге һуғышсан публистик шиғырҙарының төп образдары һәм атрибуттары ошо.Мин – ҡәһәрләнгән халыҡтың ялсыһы; (“Вәғәҙәм – антым”,1923) [3]

Үҙ ижадының тәүге осоронда уҡ Ишемғол шиғырҙың халыҡсан ябайлығына, киң массаларға барып етерлек булыуына ынтыла, халыҡсан йыр стихияһына яҡынайтырға тырыша. Шиғырҙа йыш ҡына йыр һәм марш ритмикаһын осратып була. Мәҫәлән: Көс–беләктә, Эш – йөрәктә, (“Ер ҡыҙына”, 1923.) [3], Б.Ишемғол поэзияһының тағы ла бер үҙенсәлекле яғы – шағирҙың бөтә ижад ғүмере буйына халыҡтар дуҫлығы йырсыһы, ялҡынлы интернационалист. Булат Ишемғолдоң прозаик ижады хикәйә, нәҫер, публицистик мәҡәлә, очерк кеүек ҙур булмаған оператив жанрҙар менән сикләнә. Ул башҡорт әҙәбиәтендә дингә ҡаршы теманы башлап ебәреүселәрҙең береһе була һәм быға тиклем башҡорт әҙәбиәтендә тейешенсә үҫеш алмаған фельетон жанрына ныҡ иғтибар итә.

Үҙенең ижади эшмәкәрлеге тураһында яҙыусы үҙ ваҡытында баҫалҡылыҡ менән шулай яҙған: “Мин мәсъүл(яуаплы) эштәрҙе башҡарыу өҫтөнә ижад эшен алып барырға теләһәм дә, өҫтөндә оҙаҡ ултырып эшләүҙе талап иткән тәрән художестволы әҫәрҙәр биреү минең өсөн ауырлашты”.[3. 20-се бит]

Ысынында иһә Булат Ишемғол егерменсе утыҙынсы йылдарҙағы башҡорт әҙәби хәрәкәтенең алғы сафында атлаған.

Булат Ишемғолдо 1938 йылдың 10 ғинуарында ҡулға алалар. Ғөбәй Дәүләтшин, Төхвәт Йәнәби, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Вәлиулла Мортазин кеүек башҡорттоң иң талантлы, иң күренекле улдары менән бергә 1938 йылдың 10 июлендә аталар. 1956 йылда реабилитациялана.[1-се ҡушымта]






Не нашли, что искали? Воспользуйтесь поиском:

vikidalka.ru - 2015-2024 год. Все права принадлежат их авторам! Нарушение авторских прав | Нарушение персональных данных