Главная

Популярная публикация

Научная публикация

Случайная публикация

Обратная связь

ТОР 5 статей:

Методические подходы к анализу финансового состояния предприятия

Проблема периодизации русской литературы ХХ века. Краткая характеристика второй половины ХХ века

Ценовые и неценовые факторы

Характеристика шлифовальных кругов и ее маркировка

Служебные части речи. Предлог. Союз. Частицы

КАТЕГОРИИ:






Булат Ишемғолдоң алдан күрә белеү һәләте - интуицияһын раҫлаусы деталдәр.




“Атайым ҡулға алынғанға тиклем Яңы Себенлелә булып ҡайтты, - тип хәтерләй Клара Булат ҡыҙы.- Был ваҡытта ул үҙенең бөтә вазифаларынан да ситләтелгәйне. Үҙен ғәйепле тоймаһа ла Башҡортостанда совет власы урынлаштырыу өсөн бергәләп көрәшкән иптәштәренең яҙмышын күреп үҙенең киләсәген алдан һиҙемләгәндер, тип уйлайым. Шуға күрә эстән генә үҙе өсөн ҡәҙерле урындар, ҡәҙерле кешеләр менән хушлашып йөрөгәндер.” [8,74-се бит]

Башҡорт халҡының талантлы шағиры, 24 йәшлек Шәйехзада Бабич, ҡыҙылдарҙың Смоленск полкы яугирҙары тарафынан йөҙҙәрсә башҡорт ирҙәре менән бергә вәхширҙәрсә язалап үлтерелә. Был фажиғә тураһында ишеткәс, “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең әҙерлек курсында уҡығанда Бабичты күреп белгән, уның ижадына ғашиҡ булған Булат Ишемғол иңрәгән йөрәгенән “Хәсрәтле таң” тигән шиғыр урғылып сыға; Һин сереһәң дә, Бабич, ер ҡуйынында,

Ил ҡуйынында йәшәр йырҙарың.

Ысынлап та, Ш. Бабичты бөгөн белмәгән бер башҡорт та юҡтыр, балалар уның ижадын өйрәнә, шағирҙың ҡанатлы һүҙҙәре гәзит - журналдарҙы биҙәй.

Булат Ишемғолдоң шиғри мираҫында поэмалар ҙа бар. Шағирҙың иң күркәм эпик әҫәрҙәренең береһе “Тракторсы Айһылыу”. Әҫәр ауылдың социалистик нигеҙенә үҙгәртеп ҡороуҙың иң асыҡ күрһәткестәренең береһе – күмәк ауыл хужалығын ҡеүәтле машиналар менән ҡоралландырыу күренешен йәнле образдарҙа кәүҙәләндерә. Айһылыу – элекке иҙелгән башҡорт ҡыҙынан яңы, яҡты яҙмышҡа күтәрелгән хеҙмәт кешеһе. Уның хаҡында поэмала юғары романтика, пафос менән һөйләнә. 20 – cе йылдар аҙағында, 30 – сы йылдар башында ҡараңғы ауылдан сығып тракторға ултырыу башҡорт ҡыҙы өсөн ҙур батырлыҡ була. Әйтерһең, Булат Ишемғол, 1933 йылдан уҡ белгән хәҙерге заман ҡатын –ҡыҙҙарының “тимер ат”тарға хужа булырын:

Башҡорт ҡыҙы ирҙәр башҡармаған

Ауыр эштәрҙе лә башҡара.[3, 161-се бит]

Б.Ишемғолдоң комсомолдың 15 йыллығына арнап 1933 йылда яҙған Өфө – Ишембай тимер юлын төҙөгән йәш батырҙар хаҡындағы “Юлдар” поэмаһында “Ағиҙелдең матур туғайынан” большевиктарҙың яңы тимер юл һалыуын оло батырлыҡҡа тиңләй. Поэмала хәҙерге көндә беҙҙе аптыратмаған, ләкин 80 йыл элек әҙәм ышанмаҫлыҡ хыял һымаҡ юлдар бар:...Көслө нефть ағымы-

Нефть уҙғарғыстар юл алыр.

Булат Ишемғолдоң “Йыр башы ” поэмаһына иғтибар итәйек:

Ишембайҙан сыҡҡан ҡара нефть

Крекингә килеп ағарыр,

Аҡ бензиндың көсө был илемдең

Сиктәренә тиклем таралыр.

...Башҡортостан, ҡыуан бәхетеңә!

Илгә көслө мотор бирәһең,

Нефть, бензин биреп моторҙарға,

Еңеү байрамына киләһең.

Был юлдарҙа ла Булат Ишемғоловтың киләсәктә Башҡортостандың алдынғы сәнәғәт үҙәгенә әйләнерен төҫмөрләгән юлдарын табырға була.

Йомғаҡлау

ЯҙыусыБулат Ишемғолдоң ижадын барлау, уны белгән кешеләрҙең иҫтәлектәренә, уның яҙған әҙәрҙәренә таянып яҙыусының көслө, тәрән эрудициялы, интуицияһы ныҡ үҫешкән алдынғы ҡарашлы көслө шәхес икәнен бөгөнгө уҡыусыларға еткереү бурысы менән беҙ уның тыуған ауылы Яңы Себенле мәктәбендә лә булдыҡ. Мәктәп бай тарихлы. 1998 йылдан билдәле шәхестең исемен йөрөтә. Тарих уҡытыусыһы, мәктәп музейы директоры Әминев Ғәлим Фәйзрахман улы яҙыусы тураһында иҫтәлектәр менән бүлеште. [2 -се ҡушымта, 8,9-сы фотолар]

2011 йылдың йәйендә Яңы Себенле ауылына яҙыусының ҡыҙы Клара Булат ҡыҙы, ейәнсәре Ғәлиә Марат ҡыҙы ҡунаҡҡа килә. Аталарын хөрмәт иткән ауылдаштарына бик тә рәхмәтле була улар.Бөгөнгө көндә Булат Ишемғолдоң ейәнсәре Ғәлиә, бүләһе Булат Францияла йәшәй. [9] Данлы яҡташыбыҙҙың исеме онотолмай. Яңы Себенле ауылы мәктәбе алдында Булат Ишемғолға бюст ҡуйыла, шағирҙың 100 йыллығына Почта конверты сығарыла. Иҫәнғолдоң яңы төҙөк урамдарының береһе Булат Ишемғол исемен йөрөтә.[2-се ҡушымта, 10,11,12,13 –сө фотолар]

Ябай халыҡтың азатлығы өсөн көрәшкән, үҙен аямай, арымай-талмай яңы тормош төҙөүҙә иң алғы сафта барған, ялҡынлы шағир һәм шул уҡ ваҡытта иптәштәренә ышаныслы дуҫ, туғандарына терәк, балаларына яҡшы атай, ябай, йомарт, шаян да була белгән оло йөрәкле, саф күңелле Булат Ишемғол. Уның шулай икәнлегенә ышанырға беҙҙең эҙләнеү эше ярҙам итер, тип ышанабыҙ.

Һығымта. Эҙләнеү эшенең бурыстары үтәлде:

- Булат Ишемғолдоң тормош юлы һәм ижадына арналған мәҡәләләр тикшерелде, шағирҙың алдынғы ҡарашлы көслө шәхес икәне иҫбатланды;

- Яҙыусы Булат Ишемғолдоң психологик портреты төҙөлдө, әҫәрҙәрендә уның алдан күрә белеүсәнлеген иҫбатлаған урындары табып билдәләнде;

- Бөгөнгө йәштәрҙә Булат Ишемғолдоң шәхесенә, уның ижадын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ эш башҡарылды.






Не нашли, что искали? Воспользуйтесь поиском:

vikidalka.ru - 2015-2024 год. Все права принадлежат их авторам! Нарушение авторских прав | Нарушение персональных данных