Главная

Популярная публикация

Научная публикация

Случайная публикация

Обратная связь

ТОР 5 статей:

Методические подходы к анализу финансового состояния предприятия

Проблема периодизации русской литературы ХХ века. Краткая характеристика второй половины ХХ века

Ценовые и неценовые факторы

Характеристика шлифовальных кругов и ее маркировка

Служебные части речи. Предлог. Союз. Частицы

КАТЕГОРИИ:






Тексты тәржемә итергә.




Сы класс уҡыусылары өсөн башҡорт дәүләт теленән

Имтиханға билеттар

Билет № 1

Минең ғаиләм” темаһына текст төҙөргә.

Тексты тәржемә итергә.

”Урманда ни өсөн йылы?”

Ҡышҡы һыуыҡ көн. Әсләм урамда йөрөнө лә өшөп өйгә инде. Атаһы урманға

китергә әҙерләнә ине.

- Улым, әйҙә, урманға икәүләп барайыҡ.

- Һыуыҡ бит, атай, өшөтә!

- Өшөтмәҫ! Урманда йылы була ул.

Әсләм ышанманы. Шулай ҙа атаһы менән урманға китте.

Атаһы урманда ҡоро ағастарҙы бысып ауҙара. Әсләм ботаҡтарын ботай. Атаһы ағастарҙы ҡыҫҡа итеп быса. Әсләм уларҙы сана янына ташый. Эшләй торғас, уға эҫе була башланы. Бүркенең ҡолаҡтарын күтәреп бәйләне. Малай атаһынан:

- Ни эшләп урманда йылы була ул, атай? – тип һораны.

- Утын күп булғанға, - тип яуап бирҙе атаһы.

3. Бирелгән һүҙҙәргә күплек ялғауҙары өҫтәргә һәм ҡуйылышын аңлатырға:

Мәктәп, саңғы, малай, урам, диңгеҙ, синыф.

 

 

Билет № 2

Ем тураһында” темаһына текст төҙөргә.

Тексты тәржемә итергә.

Сәскә - тормош йәме.

Ергә яҙ килде. Ҡар ирей, гөрләүектәр аға, йылғалар таша, боҙҙар китә. Беҙ яҙ матурлығын йәшеллектә, ҡоштар моңонда, сәскәләрҙә күрәбеҙ. Иң беренсе үгәй инәй үләне сәскәләнә, унан умырзая сыға.

Сәскәләр йылдан-йыл аҙая, сөнки кеше уларҙы күпләп йыя, тәбиғәттең йәмен ебәрә.

Сәскә - тормош йәме.Уларға ҡарап һоҡланайыҡ, һаҡлайыҡ.

3. Ниндәй? һорауына яуап биргән 10 һүҙ яҙырға һәм 5 һөйләм төҙөргә.

 

 

Билет № 3

Китапханала” темаһына диалог төҙөргә.

Тексты тәржемә итергә.

Бөрйән яҡтары.

Бөрйән яҡтары бик матур. Унда төрлө ағастар үҫә. Бейек тауҙар болоттарға тейеп торған кеүек күренә. Тау йылғаларының сылтырап аҡҡан һыуы бик тәмле. Урмандарында ҙур айыуҙар, уҫал бүреләр, хәйләкәр төлкөләр, йүгерек ҡуяндар, етеҙ тейендәр йәшәй. Тау итәктәрендә тәмле еләктәр үҫә.






Не нашли, что искали? Воспользуйтесь поиском:

vikidalka.ru - 2015-2024 год. Все права принадлежат их авторам! Нарушение авторских прав | Нарушение персональных данных