Главная

Популярная публикация

Научная публикация

Случайная публикация

Обратная связь

ТОР 5 статей:

Методические подходы к анализу финансового состояния предприятия

Проблема периодизации русской литературы ХХ века. Краткая характеристика второй половины ХХ века

Ценовые и неценовые факторы

Характеристика шлифовальных кругов и ее маркировка

Служебные части речи. Предлог. Союз. Частицы

КАТЕГОРИИ:






Яралы төйөн йөрәктә.

Уғыш шаңдауы күптән тынған инде.Яугирҙәр генә түгел, һуғыш балалары ла бөтөп баралар.Ә яралар барыбер ҡалалар... күсеп, быуындан быуынға!

Ауылым ынйылары

Әшәке анекдоттар тыңлап үҫмәнек.Ҡулыбыҙҙа Ерәнсә, Х.Насретдин мәҙәктәре генә ине. Күңелдә уйылып ҡалғандарҙан береһе, Х.Насретдин туҡтап йырлап ала ла, ары йүгерә. Ғәжәпһенгәндәргә “ Үҙемдең йырлағанымды ҡырҙан ишеткем килә”,-ти икән. Ә хәҙер инде бына үҙем йүгерәм...ҡәҙерле тауыштар артынан ҡыуып. Ҡолағымда сыңлай ҙа өндәре,үҙҙәре генә юҡ. Һындары ла күк томандар артында. Бәғзеләре мин белмәҫ, мин етмәҫ ерҙәргә һибелгән.Тик күбеһе мәңгелек йорттарында инде! Ниңә тауыштары эргәлә саҡта ишетмәнем икән?

Танһыҡ тауыштар

Бесәнлек шундай тын. Әсәйем менән шым ғына сәй эсәбеҙ.Бер ыңғай йыр ҙа тыңлайым. Ғәйшә апайымдың, Фатима апайымдың йырлағанын. Йыр бик йыраҡтан ишетелә, минең ҡолаҡҡа ғына. Шулай ҙа түҙмәйем, әсәйем дә ишетә микән тип һорап ҡуям. Күҙҙәрендә-ге эркелешкән хәсрәттәре өҫтөүенә, минең өсөн хәүефте абайлау менән тиҙ генә шымам. Әлегә аңлашылмаған хистәрҙән йөрәккәйем һыҙа ғына. Һүҙҙәре иҫтә ҡалмаһа ла, апай-ҙарымдың сыңлап торған тауыштары ғүмерем буйы оҙатып йөрөйәсәген әлегә белмә-йем дә. Шундай моң тулы тауыштары менән артист, йырсы булып ҡына йөрөрлектәр ҙә бит. Теге ҡалпаҡ радионан йырлағандар ары торһын инде.Тик уларҙың яҙмышына ҡап, септә һуғыу, урман ҡырҡыу, ҡыуғында йөрөү, һал ағыҙыу, сайыр йыйыу яҙылған. Ирҙәр менән бер ҡатарҙан!

Яралы төйөн йөрәктә.

Тән яралары төҙәлә, йән яраһы ғына төҙәлмәй, -ти ине оләсәйем.Шулай икән шул.”Сей яралы” иҫтәлектәр йөрөтәм йөрәктә.Йөрәктән уйыр, хәтерҙән юйыр әмәле юҡ ваҡыт батшабикәһенең!Тыумаҫ элек үк йәтим ҡалған ҡыҙ балаға исемде Һәҙиә тип ҡушҡандар. Бәлки,яҙмышы былай ҙа рәнйетелгән баланы тормош юлында ҡаҡмаһындар, аяһындар өсөндер. Әрнеүле яраларымдың береһе шулай әсәйемдең исеме менән бәйле.

Баҡыйлыҡҡа күскәненә лә байтаҡ инде. Тик яҙмышына бәйле хәтер-яра күңелдән китмәй ҙә китмәй. Ағай-апайҙарым мәктәпкә китеү менән өйҙә тынлыҡ урынлаша. Әсәйем ишәйеп барған ыбыр-сыбырҙарына кейем тегә, йә ойоҡ-башалтайҙар йүнәтә, йәиһә, балаҫ һуға. Мин шым ҡына уйнайым. Көндәрҙең шулай бер һиллеген әсәйемдең һамаҡлауы бүлде. Атай төҫөн күрмәгән яҙмышына хәсрәтен, һуғыштан ҡайтмаған ағайҙарына үпкәһен, уҡырға китеүенә бар көскә ҡаршы төшкән әсәйенә тауҙай әрнеүҙәрен түкте лә-түкте. Тыумаҫ элек етем ҡалған сабыйҙы, ирҙәр иңен эйелтер донъя хәстәрен йөкмәгән балаҡайҙы, белем көҫәп бәргеләнгән кыҙсыҡты, нигеҙ һаҡлап уҡырға китә алмай ҡалған әсәй генәмде йәлләүҙән йөрәгем һыҙылды ғына. Икәүләп хушлаштыҡ өмөт-хыялдары менән. Икәүләп иланыҡ. Тик күҙ йәштәрем ҡайһы еремәлер, төпкөлгә, эскә, һарҡты... Ҡулымды ваҡыт арауығына һуҙғым, әсәйемде үкһеҙ баласағынан тартып алғым килде.Сараһыҙлыҡ әллә кайһы ерҙәремде телде генә!Әй-й-й-й-й!!! Әсәйемдеке кеүек купме хыял-өмөттәр ер ҡуйынына китте икән? Яралғы-хыялдар. Сабый –хыялдар. Әүәләнә алмай күмелгән(ерләнгән) таланттар. Яҙмыш тигән оло китаптың әсе биттәре бына шулай килеп ҡаҙалды сабый йөрәгемә... һуғыш ярсығы булып!

Әсәйем, Хөснитдинова Һәҙиә Садиҡ ҡыҙы, Ғәлиәкбәр ауылында ғәиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә.Атаһы мәрхүм булып өс ай үткәс. Хәкимә оләсәйем тормошҡа аяҡ баҫып өлгөрмәгән балалары менән яңғыҙ тороп ҡала. Һуғыштан алда тол ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошо үҙе бер тарих ул. Колхоз өсөн бынамын табыш булған улар: бер генә лә ҡаршылаша алмай торған иң осһоҙ, иң “көслө” екке аты. Ә һуғыш башланғас, әйтәһе түгел, өнө-тыны сыҡмаҫҡа тейеш ҡол! Сөнки, солдатка түгел.Иңенә төшкәндең барыһын да сабыр күтәрә оләсәйем.Тик бына нигеҙен һаҡлар, нәҫел дауам итер ғәзиздәрен һуғыш йотоп, уны ҡап урталайға бөгөп ҡуя. Өлкән ҡыҙын да кейәүгә биргәс, бар таянысы, бар өмөтө, күҙ терәп ҡалғаны Һәҙиәһе була шул...

•••

Мейес эргәһендә өйрөлә, тамаҡҡа йүнәтә ине әсәйем... Капылдан ғына шиғыр һөйләп алды ла китте. Шүрәле тураһында ине ул...аҙаҡ белдем Туҡайҙыҡы икәнен. Ауыҙ асып ҡаттыҡ та ҡуйҙыҡ...күңеле түренән шиғырҙың моң кеүек ағылыуына... Икенсе юлайы Робинзон Крузо тураһында һөйләне тиктомалдан...бер тынала...Аҙаҡ Даниэл Дефоның китабын уҡығас, аптырауымдың сиге булманы. Әсәйем уны яттан, бер һүҙен дә ҡалдырмай һөйләгән булған. Дәрес әҙерләгәндә нимәнелер белмәһәк, әсәйемдән генә һораныҡ ярҙамды.Тел фәндәрендә, математика эсендә балыҡтай йөҙә ине ул...

Уны, ете класты тамамлағас та, Ғәлиәкбәр ете йыллыҡ мәктәбенә уҡытыусы итеп эшкә алалар. 1943 йылдың 29 августынан 1952 йылдың август айына тиклем эшләй ул.

Бер үк ваҡытта ситтән тороп Темәс педучилещеһендә лә уҡый. Ул йылдарҙа ла, хәҙерге аттестация кеүек үҡ, уҡытыусыларҙың белемдәрен тикшереп кенә торалар. Әсәйем бындай һынауҙарҙы һәр саҡ еңел һәм уңышлы үтә. Үҙе һөйләгәнсә, мәктәп директоры Ҡыямов ағай “Һин, Һәҙиә, юрый ғына беләһеңме, әллә ысын шулай һәйбәт беләһеңме”, тип һорай торған була. Уның көнө-төнө ирҙәр һымаҡ донъя көтөүен күреп, йыш ҡына дәрестәренә лә инеп ултыра. Һәр саҡ планы яҙылған, үҙе дәрескә әҙер булғанды күргәс,

“Ҡайһы арала өлгөрәһең ул?”- тип аптырауының сиге булмай.Темәстәге уҡытыусылары ла һорау артынан һорау яуҙырып, “Ҡайҙан шулай яҡшы беләһең?-тип баш сайҡағанда, иптәштәре “Уның ашаған икмәге шул бит”, -тип әйтә торған булғандар…

Ваҡыт-ваҡыт, беҙгә Сынтимер ағай килеп китә. Былай ғына…бер йомошһыҙ… Әсәйем өй мәшәҡәттәре менән булаша, ә Сынтимер ағай шиғырҙар һөйләй. Юҡ, һөйләмәй ул, ә ҡоя ғына... Үҙенә бер хас әһәң менән генә! Ул шиғырҙар һис тә беҙ ярһытып һөйләгәндәрҙән, Ленин, партия, коммунизм,колхоз, завод-фабрикалар тураһындағы кеүек түгел… Улар шундай донъяүи инде, күңелгә яғылып ҡына торғандар-ҙан. Бер шулай әсәйемдән һораным да, ниндәй шиғырҙар һөйләй ул тип.Һаҙый Таҡташ-тың шиғырҙары тине.

Сынтимер ағай ҙа һуғыш балаларынан. Дәүере уға ла донъя йөгөн бик иртә йөкмәт-кән, быуыны ҡатыр -ҡатмаҫтан. Атайһыҙ ҡалдырған. Әсе һурпаһын күүүп эсергән. Ә үҙе-нең йөҙөөөө … һәр саҡ балҡып тора, нәк бәхет серен белгән кешенеке инде. Бынамын итеп эшләп йөрөнө, өлгөлө ғәилә башлығы булды. Шулай ҙа… йөрәк әрней. Хыялымда ул да минең өсөн әүәләнә алмай ҡалған уҡытыусы, тел белгесе, ғалим, артист, диктор…, Ауылым ынйылары! Йылдар аша күңелемдән булһа ла, яҡты иҫтәлектәрегеҙҙе барлайым! Һүҙҙәрем барып етмәһә лә, Иншалла, әйткән доғаларым, хәйер-саҙаҡаларым барып етер хозурығыҙға…ҡайҙарҙа ятһағыҙ ҙа… һуғыш яландарында… ҡайтып ауһағыҙҙа…тылда мәлһеҙ һүнгәндәрегеҙгә лә…Әле иҫәндәрегеҙгә оло хөрмәтем генә! Хоҙай Тәғәлә һеҙгә иҫәнлектә, һаулыҡта йәшәргә лә йәшәргә насип итһен! Өйөгөҙҙең, ауылыбыҙҙың йәме булып!Тере тарихыбыҙ булып!

•••

Темәс педучилищеһен уҡып бөтөргә насип булмай әсәйемә. Ауылдашы, хеҙмәттәше Сәғитов Зәки Хаммат улы менән яҙмыштарын бергә бәйләйҙәр. 1950 йылда улдары донъяға килеүгә атайымды армияға алып китәләр.Унан ҡайта ла, уҙе уҡырға инеп китә… Ҡапҡа тышында алты ылыу көтә ине. Беҙҙе күсереп алырға атайым ебәргән уларҙы. Үҙен ҡайтармайҙар. Инде нисә йыл. Юғары белемле уҡытыусылар иң беренсе район үҙәгенә кәрәк икән. Әй йүгерҙе әсәйем, э-э-э-ээ-э-й әйләнде өй менән ылыу араһында, бер инде, бер сыҡты.Тик оләсәйем генә “Дүрт стенама ҡарап ултырырмын әле”- тип урынынан ҡуҙғалманы. Әсәйемдең бәргеләнеүенән,хәсрәт ҡоршауынан ҡайһы еремдер тетрәй ине.Һис кенә әмәлем юҡ шул! ”Кире борҙом ылауҙарҙы”,-тип эйелгән яурынды яҙылдырырыр, турайтыр! Ҡалды уйылып йөрәгемдә өнһөҙ һын!

Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар” трилогияһы –күпмелер дәрәжәлә беҙҙең ғәиләнең дә яҙмышы ул…Үҙе ҡайтып килде атайым.Башҡаса булыуы мөмкинме инеме һуң? Ул ҡырҙа йөрөгән йылдарҙа донъяһын, ғәиләһен ҡарап, үҙен дә уҡытып, белем эстәргә ярҙам иткән ҡатынына хыянатты аҡлап булыр инеме!

Ҡайтам тиеп киткәйнегеҙ ҙә бит, ҡайтманығыҙ тыуған ерҙәргә

Еңеү!Ҡояш балҡый бер битендә,

Бер битендә-моңһоу ай һаман...

Күп уҡылыуҙан тауша­лып, хәрефтәре юйылып бөтә яҙған өскөл хатта­рҙы ҡарап, ҡа-сандан алып Әхмәҙей һәм Мөхәмәҙей бабайҙарымды көтә башлағанмындыр, иҫләмә-йем. Урамда ниндәй ят ағай күрһәм дә, беҙгә боролмаҫмы, боролоп инһә, оләсәйем, бына бабайың ҡайтып килде бит, тимәҫме, тип көтөр ҙә көтөр инем... Минең өсөн һәр Еңеү байрамы әсәйемдең уңалмаҫ йөрәк яралары...һуңғы һулышына тиклем улдарын көткән оләсәйемдең күҙ йәштәре...

Атаһының үлемен бик ауыр кисерә Мөхәммәҙи бабайым. Һағыштарын атаһынан ҡалған китаптар менән баҫа.Шулай бер ҡөръән ситендәге яҙыуға юлыға.Атаһы унда үҙенең үлер көнөн өс йыл алдан яҙып ҡуйған була. Шуғалыр, олатайым өлкән улы Әхмәҙейҙен ауыл мәҙрәсәһен уҡып бөткәс, артабан уҡырға ебәргеһе килмәй.Үҙе иҫән саҡта эш мәленә өйрәтеп, донъяһын тапшырып китергә теләгәндер ҙә. Әммә уныһы, атаһының атын һатып уҡырға ҡасып сығып китә.1926-27 йылдарҙа Көҙәндә Әхмәтшаһ хәҙрәттең мәҙрәсәһендә уҡый.Аҙаҡ совет мәктәптәрендә 5 йыл уҡыуы тураһында архив материалдары ла бар. Ул һәр саҡ белемен камилләштереү өҫтөндә эшләгән, Өфөлә, Бирскиҙа курстарҙа уҡыған.

 

Өфөлә курста уҡып ятҡан саҡтағы фотографияһы

 

Хөснитдинов Әхмәҙи Мөхәммәтсадиҡ улы 1911 йылда тыуған. 1929 йылда Маҡар районының Кәбәс ауылынан Өмөкамал исемле ҡыҙға өйләнә, Ғилминур, Сәмәрә, Шәүрә исемле ҡыҙҙары тыуа.Әхмәҙи бабайым урта буйлы, киң яурынлы, аҡ йөҙлө,ҡуңыр сәсле, ҡара күҙле кеше була. Оҙон көйҙәргә йырларға бик яратҡан, шуға күрә лә кесе ҡыҙына Шәһүрә тип исем ҡуша.Ауыл тормошонда бик әүҙем ҡатнаша, спектаклдәрҙә уйнай. Кешегә һәр саҡ яҡшы мөғәмәләлә, абруйлы кеше була.

1934 йылда счетовод булып эшләй. Үҙебеҙҙең ауылда ла, Аҫҡарҙа ла эшләргә тура килә уға. 1938 йылдан налоговый агент итеп ҡуялар. 1939 йылдан фронтҡа киткәнсе ауыл советы председателе вазифаһын алып бара. Шул уҡ ваҡытта парторг та булып эшләй. Башта уға бронь биреп, һуғышҡа ебәрмәгәндәр. «Йәштәштәрем һуғышта йөрөгәндә, тылда ултыры­рға намыҫым ҡушмай», - тип ҡат-ҡат ныҡыша то­рғас, уны фронтҡа ала­лар. 1942 йылдың 1 ғинуарында Йәнғәлин Тайып бабай менән ауылдан сығып китәләр.

Ул 219-сы Кыҙыл байраҡлы уҡсылар дивизияһының 710 -сы полкына эләгә. Был ди-визия 1942 йылдың башында туплана башлай. Уның төп өлөшен Башҡортостан халҡы тәшкил итә. Һуғышҡа әҙерлекте Ғәфури районының Павловка ауылында үтәләр. Дүрт ай әҙерлек үткәндән һуң, апрель айында дивизияға тантаналы рәүештә Ҡыҙыл Байраҡ тап-шырыла. 1942 йылдың 13 майында Аҡҡул станцияһынан поезд менән фронтҡа юл ала-лар.

4 июндән Воронеж йүнәлешендә барған һуғыш өйөрмәһенә инеп китәләр. Воронеж-Ворошиловоград операцияһында 28июндән 24 июлгә тиклем немецтарҙың ҡаты һөжүме-нә ҡаршы торалар. Август айынан үҙҙәре һөжүмгә күсеп, дошманды бер аҙ сигендереүгә өлгәшәләр. Әммә көҙ буйы, һул яҡтан Сталинградҡа ышыҡ булып, алдан өҫкә менеп килгән дошманды үткәрмәй оборона тотоп ятырға мәжбүр булалар.

1943 йылдың башынан Совет ғәскәрҙәре яйлап алға китә башлай. Ә 14 -27 ғинуар арауығындағы Острогожск-Россошан исемле операция барышында дивизиялары ҡаты алыштарға эләгә. Артабан дивизияға Курск алышында ҡатнашып, Прохоровка эргәһендә оборона тоталар. Июль аҙағында Белгород-Харков операцияһы барышында Яңы Оскол, Харьков Белгород ҡалаларын азат итәләр. Һуңғы хатында Әхмәҙей бабайым: «Ун бер ҙур һуғышҡа индем. Иптәшт­әрем ҡат-ҡат яраланып өлгөрҙөләр инде. Ә минең әлегә сыйылған ерем дә юҡ. Хәҙер ун икенсеһенә инәбеҙ...» - тип яҙған да...хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә генә ҡалған үҙе.

Әхмәҙиева Шәүрә Шәкир ҡыҙы яҙмаларынан өҙөк: “Ҡыҙы Ғилминур инәй менән хат алышҡайным. Ул да хәҙер гүр эйәһе инде. Хатынан өҙөктәр килтерәм:

“Сәғүрә, мин бит күпселек Ғәлиәкбәрҙә йөрөнөм. Шунда етенсе класты бөткәнсе уҡыным. Атайым һуғышҡа киткәндә, икенсе класта уҡый инем. Атайымдың мине беренсе класҡа етәкләп алып барғанын хәтерләйем. Элек ҡатырға йәбештереп эшләнгән төҫлө краска була торғайны. Һүрәт буярға краска алып биргәне иҫтә. Атайым һуғышҡа киткәнсе сельсовет председателе булып эшләне. Беҙҙең өйҙөң баҡса осонда ине канцелярия. Мин гел ашарға ҡайтарырға саҡыра бара торғайным. Атайым һуғышҡа ҡыш көнө китте. Ул киткәндә көн һыуыҡ ине. Әсәйем менән таңға ат менән сығып киттеләр. Шәһүрә бәпес, беҙ Сәмәрә менән тәҙрәнән ҡарап ҡалдыҡ. Атайым беҙҙе бик ярата ине, бер ҙә асыуланғанын хәтерләмәйем.

Яҙ еткәс, әсәйемдең атаһы, олатайым була инде, балаларҙы үҙем ҡарайым тип, беҙҙе Кәбәс ауылына күсереп алып ҡайтты. Атайымдың хаттары Кәбәскә килеп торҙо, ләкин әсәйем бер хатын да һаҡламаған. Уның Дон буйынан яҙған хатынан һуң башҡа хат килмәне. Ул хаттарын шиғыр һымаҡ та яҙып ебәрер ине. Бер хатында шундай һүҙҙәре иҫтә ҡалған:

Онотолмай балаларҙың

Тәҙрәнән ҡарап ҡалыуы.

Иҫән йөрөп – һауҙар ҡайтһам,

Баҫылыр әле йөрәк ярһыуы.

Әрмеләрҙә йөрөп, сәс еткерҙем,

Сәскәйҙәрем етте үрмәгә.

Бер хоҙайым насип итерме икән,

Һеҙҙе генә ҡайтып күрмәгә.

Инде тағы бер хатында яҙғаны ла иҫтә:

Машина беҙҙең атыбыҙ,

Тимер беҙҙең юлыбыҙ.

Иҫән булһаҡ, бер ҡайтырбыҙ.

Үлһәк, бәхил булығыҙ.

 

•••

Шәрбәндәге сабынлыҡта инек.Ҡалыу тауы яғынан бер һыбайлы ағай төште лә, әсәйем янында туҡталды. Сәләм алып килгән икән Ҡолғонанан. Тик ҡыуаныслыһын түгел. Әсәйемдең Өмөкамал еңгәйе мәрхүм булып ҡалған... Ерләнек шунда әсәйемдең өмөтен, ағайы Әхмәҙей берәй саҡ ҡайтыр әле тигәнен... еңгәйе менән бергә... Ниңәлер гел миңә генә тура килде... әсәйемдең өмөт-хылдарын ерләшергә...

 

Хөснөтдинов Мөхәмәҙи Мөхәмәтсадиҡ улы 1924 йылда Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Дүрт класс белемде үҙенең тыуған ауылында ала. Уҡыуын дауам итеү маҡсатында бишенсе класҡа Иҫке Собханғолға уҡырға бара. Бик һәләтле уҡыусы була ул. Уҡытыусылар мәсьәләне сисә алмаһалар, һин нисек эшләнең тип бабайымдан һорар булғандар. Уны хөрмәт итеп, дәрестән тыш ваҡытта үҙҙәре менән бергә алып йөрөгән-дәр. Иншаларын шундай төплө итеп яҙған, бер иншаһын уҡытыусылар оҙаҡ ҡына өлгө итеп алып йөрөгәндәр. Тик 1940 йылда уҡыу түләүле булып китә.Ул ваҡытта Әхмәҙей ағаһының үҙ ғәиләһе була. Яңғыҙ оләсәйемдең уҡытырға хәленән килмәй..

Бәхетенә ауылда ете йыллыҡ мәктәп асыла.Ул ваҡытта төрлө йәштәге балаларҙы бер класҡа йыялар, бер класта 36 бала булып китә. Дәреслектәр, дәфтәрҙәр булмаған, уҡытыусының һөйләгәнен конспект итеп яҙғандар. Яҙырға ҡағыҙ булмағас, дәфтәрҙең тышынан яҙа башлағандар. Халыҡтың тормошо ни хәтлем ауыр булһа ла, яҡшы уҡыған баларҙы дәртләндереп, уҡыу йылы аҙағында бүләктәр биргәндәр. Мөхәмәҙи бабай мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, шаян да, шуҡ та, отҡор ҙа булған. Кәшәле ауылында йәшәгән Нәҙершин Мөхәммәтғәли ағаһы менән өй, һарай, Аратауҙың суҡайып торған бейек урынынан һикереп төшөп уйнау уның өсөн бер ни ҙә булмаған. Бер ваҡытта ла дәрес әҙерләп ултырмаған. Яҡшы уҡығаны өсөн йыл һайын бүләкләнеп килгән. Бүләк тапшырғанда, рәхмәт әйтеп:

- Был бүләк мине тағы ла яҡшы уҡырға әйҙәй, - тип әйтер булған.

Уҡытыусылар менән ярышып шахмат уйнаған, мәсьәләләр сискәндә үҙенең опти-маль варианттарын иҫбат итеп, бәхәсләшеп китер булған. Сатвалов Әкрәм:

- Был бала киләсәктә судъя буласаҡ, - тип әйткән, уҡыусыһы менән ғорурланып.

Һәр заманда ла бала бала булып ҡала: шаяра ла, йәшерәк уҡытыусыны һынап та ҡарай.Ҡорбанова Шәмсиә тигән уҡытыусы дәрескә ап – аҡ күлдәк кейеп килеп керә. Мөхәмәҙи бабай:

- Ана, фәрештә килде, - тигән. Уҡытысы йәне көйөп, ручкаһын атып бәргәс, - ой, апай, кәрәкмәһә, үҙемә бир ҙә ҡуй, - тип көлөп тора икән.

Ҡырҙан Йосопов(исемен белмәйем)фамилиялы уҡытыусы килә.Ул комсомол, пионер эшен юлға һала. Линейкаға пионерҙарҙы саҡырһалар, горндан өҙөп - өҙөп ҡысҡырталар, комсомолдарҙы саҡырһалар, һуҙып ҡысҡыртҡандар. Ул балаларҙы вальс бейергә лә өйрәтә. Халыҡ алдында концерттар, спектаклдәрҡуйҙыра. Кистәрен уйындарҙа Мәхәмәҙи аяғы ергә теймәй, үҙе клубҡа һыймай, стена ҡырлап бейей ине тигән хәтирәләр ҙә бар.

1941 йылда тамамлағас, Әхмәтов Хәбиб, Әхмәтов Рәхмәт, Йәғәфәров Ғибат бабайҙар

менән бергә ФЗО-ға китергә ғариза яҙалар. Ни өсөндер, уларҙы ебәрмәйҙәр.Һуғышҡа киткәнсе“Ҡыҙыл Байраҡ” промартеленә бухгалтер булып эшләй. Урынында Ҡаһарма-нова Ғәзимә инәй ҡала.

Темәс педучилещеһенә документтарын ебәргән була. Уҡырға саҡырыу ҡағыҙы ул һуғышҡа киткәс килә. Бер имтиханһыҙ уҡырға алабыҙ тип.

1924 йылғылар совет ғәскәрҙәренең ҡыҙыу хәрби операциялар алып барған мәленә эләгәләр.Һуғышҡа әҙерлекһеҙ тиерлек, яланғас ҡул менән инеп китәләр. Һуңғы хаты Иҫке Оскол ҡалаһынан (ағаһы хеҙмәт иткән 219-сы дивизия азат иткән ҡаланан)килә. 1943 йылдың 7 июлдә,Курск өсөн алыштың башланыр көнө яҙылған…Аҙаҡ хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡағыҙ ғына килә. Күрше полкта һуғышҡан Байғаҙы егете Ғәле Илъясовтың әйтеүенсә, дәһшәтле Курск алышынан һун, уларҙың дивизияһында ике генә кеше ҡалған: ул һәм бер полк командиры.

Военкомат аша әсәйем күп эҙләтеп ҡараны ағайҙарының.Бер нисек тә эҙҙәренә төшә алманы. Өскөл хаттар ғына ҡалды иҫтәлеккә...

 

«Күтәрелер тағы атлы ғәскәр,
Һәм юғалыр яуҙа
Хәбәрһеҙ...
Ер ҡуйыны алыр уландарын...
Ер ҡуйыны бит ул -
Хәтерһеҙ...
Ҡайнар ҡандарынан,
Шытым биреп,
Баш ҡалҡытыр үлән, үҫемлек...»

(Тамара Искәндәриә

<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>
кпенің шашыраңқы диффузды ауруларының клиникасы және рентгенологиялық дифференциальды диагностикасы. | C) Өзін-өзі дамытуға түрткілер мен қажеттіліктердің болмауы.


Не нашли, что искали? Воспользуйтесь поиском:

vikidalka.ru - 2015-2024 год. Все права принадлежат их авторам! Нарушение авторских прав | Нарушение персональных данных