Главная

Популярная публикация

Научная публикация

Случайная публикация

Обратная связь

ТОР 5 статей:

Методические подходы к анализу финансового состояния предприятия

Проблема периодизации русской литературы ХХ века. Краткая характеристика второй половины ХХ века

Ценовые и неценовые факторы

Характеристика шлифовальных кругов и ее маркировка

Служебные части речи. Предлог. Союз. Частицы

КАТЕГОРИИ:






I БҮЛЕК. БУЛАТ ИШЕМҒОЛДОҢ ТОРМОШ ЮЛЫ ҺӘМ ИЖАДЫ




Башҡортостан республикаһы Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы муниципаль дөйөм белем биреү автоном учреждениеһы башҡорт гимназия- интернаты

Яҙыусы Булат Ишемғолов - ХХ быуаттың алдынғы ҡарашлы көслө шәхесе

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ғилми-тикшеренеү эше

Йүнәлеш: Лингвистика. Туған телдәр

 

Башҡарҙы: 10 –сы класс уҡыусыһы Солтанғолов Ришат

Етәксеһе: педагог-психолог

Солтанова Рәмилә Айытбай ҡыҙы

 

Иҫәнғол 2015

Йөкмәткеһе

Инеш……………………………………………………………………… 3

I БҮЛЕК. БУЛАТ ИШЕМҒОЛДОҢ ТОРМОШ ЮЛЫ

М ИЖАДЫ............................................................................................. 5

Булат Ишемғолдоң бала сағы һәм үҫмерлек осоро........................ 5

Булат Ишемғолдоң тормош девизы: Һәр саҡ – тормош

Гендә, һәр ваҡыт – кешеләр менән һәм кешеләр өсөн................. 6

II БҮЛЕК. ЯҘЫУСЫ БУЛАТ ИШЕМҒОЛ- ЗАМАНЫНЫҢ

АЛДЫНҒЫ КЕШЕҺЕ................................................................................. 8

2.1. Булат Ишемғолдоң үҙенсәлектәре, һын - ҡиәфәттәре.................8

Булат Ишемғолдоң психологик портретын төҙөү......................... 9

2. 3. Булат Ишемғолдоң алдан күрә белеү һәләте-

Интуицияһы үҫешкән булыуын раҫлаусы деталдәр............................ 14

Йомғаҡлау.......................................................................................................16

Улланылған әҙәбиәт....................................................................................17

Ушымта..........................................................................................................18

 

Тема: Яҙыусы Булат Ишемғолов - ХХ быуаттың алдынғы ҡарашлы

Көслө шәхесе

Инеш

Ейәнсура ере билдәле шәхестәргә бай. Әҙәбиәт йылында яҡташ яҙыусыбыҙ Булат Ишемғолдоң тыуыуына 115 йыл тулыуын билдәләнек. Һуңғы йылдарҙа хаҡһыҙ рәүештә онотолоп торған күренекле башҡорт яҙыусыларының береһе Булат Ишемғол ижадының әҙәбиәтебеҙҙә һиҙелерлек урыны бар һәм ул киң ҡатлам уҡыусыларының иғтибарына лайыҡ. Атылған йондоҙҙай балҡып һүнгән был әҙип публицистика өлкәһендә шаҡтай әүҙем эшләгән, милли матбуғаттың башында тороп ярайһы уҡ ҡыҙыҡлы мираҫ ҡалдырған. Киләсәктә ошо мираҫты тулыһынса барлап, ентекләберәк өйрәнеү шул осор башҡорт публицистикаһының һыҙаттарын киңерәк асырға мөмкинлек бирер ине. Уның ижадына арналған Марат Туләбаевтың “Булат Ишемғол Тормош юлы һәм ижады” китабы, яҙыусының 1959, 1969 йылдарҙа сыҡҡан китаптары беҙҙең өҫтәл китабына әйләнде. Марат Сәйфулла улы Булат Ишемғолов тураһында төрлө йылдарҙа сыҡҡан гәзит мәҡәләләре менән дә уртаҡлашты.[2-се ҡушымта 1-се фото] Район китпаханаһында яҙыусының ижадына арналған методик тупланма менән таныштыҡ. Яҙыусының ике китабына ла баш һүҙҙе әҙәби тәнҡитсе Ғилемдар Рамазанов яҙған. “Ул йәш кеше ине. Ғүмере ваҡытһыҙ өҙөлгәндә, уға ни бары утыҙ һигеҙ йәш тулғайны. Беҙҙең егерменсе быуат ҡорҙашы, ун ете йәшендә Бөйөк Октябрь таңын ҡаршылаған ялҡынлы көрәшсе һәм шағир бөтә ғүмере буйына йәшлекте, комсомолды, яңы йәш донъяны, азат йәш кешене данлап йырланы. Шағир – коммунист Булат Ишемғол шундай ине.” [2.5-се бит]. Журналист Гөлсинә Ризуанованың мәҡәләһенән өҙөк: “Башҡортостанда йәштәр матбуғатына нигеҙ һалыусыларҙың береһе - Сталиндың шәхес культы йылдарында репрессияланып, ғүмере ирекһеҙҙән өҙөлгән яҙыусы Булат Ишемғол. Ул 1923 йылда сығарыла башлаған “Йәш юҡһыл ” газетаһының тәүге мөхәррире була” [5].

Тикшеренеү эшенең актуаллеге: Яҙыусы Булат Ишемғоловтың ижады һуңғы йылдарҙа өйрәнелмәгән һәм бөгөнгө күҙлектән сығып өйрәнеүгә мохтаж.

Эҙләнеү эшенең маҡсаты: Булат Ишемғолдоң ижадын барлау, уны белгән кешеләрҙең иҫтәлектәренә, уның яҙған әҙәрҙәренә таянып яҙыусының көслө, тәрән эрудициялы, интуицияһы ныҡ үҫешкән алдынғы ҡарашлы көслө шәхес икәнен бөгөнгө уҡыусыларға еткереү;

Эҙләнеү эшенең бурыстары: - Булат Ишемғолдоң тормош юлы һәм ижадына арналған мәҡәләләрҙе тикшереү, алдынғы ҡарашлы көслө шәхес икәнен иҫбатлау;

- Яҙыусы Булат Ишемғолдоң психологик портретын төҙөү, әҫәрҙәрендә уның алдан күрә белеүсәнлеген иҫбатлаған урындарын табып билдәләү;

- Бөгөнгө йәштәрҙә Булат Ишемғолдоң шәхесенә, уның ижадын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Эҙләнеү эшенең гипотезаһы: Яҙыусы Булат Ишемғол заманының алдынғы ҡарашлы көслө шәхесе, уның әүлиәлек һәләте (интуицияһы) булған һәм быны иҫбатлаусы әҫәрҙәре бар.

Эҙләнеү эшенең яңылығы: Эҙләнеү эшендә яҙыусының кешелек сифаттары, характер үҙенсәлектәре төрлө сығанаҡтарҙан өйрәнелде, психологик портреты төҙөлдө.

Тикшеренеү объекты: Яҙыусы Булат Ишемғолдоң әҫәрҙәре, уның тураһында замандаштарының, туғандарының иҫтәлектәре.

Эҙләнеү предметы: Яҙыусыны белгән кешеләрҙең иҫтәлектәренән уның психологик һыҙаттарын билдәләүсе урындарҙы, әүлиәлек һәләттәрен иҫбатлаған әҫәрҙәрен табыу, уның шәхесен, ижадын белгән кешеләр менән фекер алышыу.

Эҙләнеү эшенең практик әһәмиәте: Йыйылған материалдар артабан әҙәбиәт дәрестәрендә яҙыусының ижадын өйрәнеүҙә, гимназия музейында файҙаланыла ала.

I БҮЛЕК. БУЛАТ ИШЕМҒОЛДОҢ ТОРМОШ ЮЛЫ ҺӘМ ИЖАДЫ






Не нашли, что искали? Воспользуйтесь поиском:

vikidalka.ru - 2015-2024 год. Все права принадлежат их авторам! Нарушение авторских прав | Нарушение персональных данных