Главная

Популярная публикация

Научная публикация

Случайная публикация

Обратная связь

ТОР 5 статей:

Методические подходы к анализу финансового состояния предприятия

Проблема периодизации русской литературы ХХ века. Краткая характеристика второй половины ХХ века

Ценовые и неценовые факторы

Характеристика шлифовальных кругов и ее маркировка

Служебные части речи. Предлог. Союз. Частицы

КАТЕГОРИИ:






II БҮЛЕК. ЯҘЫУСЫ БУЛАТ ИШЕМҒОЛ- ЗАМАНЫНЫҢ АЛДЫНҒЫ КЕШЕҺЕ




2.1. Булат Ишемғолдоң үҙенсәлектәре, һын - ҡиәфәттәре

Булат Ишемғолдо ауылдаштары, оҙон ҡара бөҙрә сәстәре өсөн “Папай”, тип йөрөткән. Октябрь революцияһынан һуң ул ҡайһы бер әҫәрҙәренең аҫтына йыш ҡына “Таң” тип имза ҡуя. Ғабдрахманов Ғабдрахман исемен ул 1923 йылда Булат Ишемғолға алыштыра. Исем алыштырыу кисәһендә “Беҙ яңы тормош кешеләре. Беҙҙең исемебеҙ ҙә, есемебеҙ ҙә яңы хәҙер”, тип сығыш яһай. Булат – ҡылыс өсөн ҡорос, тигәнде аңлата. Ә фамилияһына килгәндә инде, яҙыусының ауылдашы һәм замандашы Ғәфифә Усманова Ишемғол йылғаһы менән бәйләй. [2]. Исем алыштырыу ул замандың йәштәрендә яңылыҡҡа ынтылыуҙы сағылдырған ҡыҙыҡлы факттарҙың береһе. 1924 йылда мөхәббәте Маһруй Мөхәмәтғата ҡыҙына өйләнгәс, улар беренсе башлап, йәштәргә өлгө күрһәтеү ниәтендә комсомол туйы үткәрәләр. Атайым революциянан һуңғы иң тәүге башҡорт зыялылары быуынынан. Тормошто революцион үҙгәртеү идеялары менән янып йәшәгән был кешеләр, социаль ғәҙеллек идеяларына ышанып, ярлы-фәҡирҙәр булмаясаҡ,, һәммәһенә лә тиң хоҡуҡ менән мөмкинлектәр биреләсәк, тип яңы йәмғиәт төҙөүҙә яҡындан тороп әүҙем ҡатнашты. Улар донья революцияһы еңеүенә лә ихлас ышана ине”-тип, яҙа әҙиптең ҡыҙы Клара Булат ҡыҙы Ишемғолова. [8. 96-сы бит]

Булат Ишемғол үҙенең яңы тормошто маҡтауға арналған йырҙарын халыҡ көйҙәре ҡалыбына һалып яҙа, гәзит –журналдарҙа иғлан ителгәндең иртәгеһенә үк халыҡ уны йырлай ҙа башлай. Йыш ҡына мөнәжәт формаһына ла яңы йөкмәтке һала. Әле радио – телевидение юҡ заманда халыҡ араһында яңы идеяларҙы таратыу өсөн йырҙарҙы файҙаланыу, уның халыҡ ижады менән бик яҡшы таныш булыуын уның психологияһын бик яҡшы белеүе тураһында билдәләй. “Хәтеремдә, оҙон һомғол кәүҙәле, ҡалын ҡара ҡашлы ағайҙы күрһәтеп, әсәйем миңә; “Бына яҙыусы Булат ағайың шул була инде”,- тине (Дәүләт Мәһәҙиев). “Ул трубкаһына тәмәке һалып алды ла, ҙур ҡара күҙҙәрен тултырып йылмайҙы”. М.Тажи. Мәсетле районының “Коммунист” газетаһынан, 1967 йыл. “Бер ваҡыт, баштан –аяҡ хәрби кейемдәр кейгән, оҙон буйлы, ҡара оҙон бөҙрә сәсле, бик мөһабәт, мөләйем егет көлөмһөрәп килеп инде...(Зөһрә Мамкеева, уҡытыусы – пенсионер)” [5]. [2-се ҡушымта, 2-се фото] Клара Булат ҡыҙы Ишемғолова иҫтәлектәренән: “Китаптарҙа атайымдың пеләш башлы сағындағы фотографияһын баҫалар. Эй яратмайым шул фотоны! Атайымдың сәстәре ҡуйы бөҙрә сөм - ҡара булған. Бына “Йәш юҡһыл” ды ойоштороусы өсәү- Дауыт Юлтый,Ғөбәй Ҡушаев,Булат Ишемғол төшкән фотография [5] [2-се ҡушымта, 3-сө фото]

Бик яҡшы ораторлыҡ һәләтенә эйә булған Булат Ишемғол әҙәби бәхәстәрҙә актив ҡатнаша, яңы, ҡыҙыҡлы темаларға докладтар һөйләй. Бөтәһенә өлгөрөүе менән бик күптәрҙе таңға ҡалдырған кеше ине ул, тип хәтерләй үҙенең иҫтәлектәрендә Сәғит Агиш.

Ҡасим Азнабаев хәтирәләренән: «Ишемғолов менән беҙ 1928 йылда таныштыҡ, ул ваҡытта мин «Башҡортостан йәштәре» гәзите мөхәррире вазифаһын башҡара инем, ә ул партия хеҙмәткәре ине. Булат киң яурынлы әҙмәүерҙәй ир ине. 1934 йылда Совет яҙыусылары союзынын съезынан һуң уның тышҡы ҡиәфәте ныҡ үҙгәрҙе. Ул бик матур коверкот костюм, ботинкалар кейә башланы, ауыҙында тәмәке төрөпкәһе барлыҡҡа килде. Йәштәр уны бик яратты, күптәр һырыҡты”.[5] [2-сө ҡушымта, 3,4,5-се фотолар]

2.2. Булат Ишемғолдоң психологик портретын төҙөү

Шәхестең психологик портретын төҙөү ҡатмарлы һәм яуаплы эш. Эҙләнеү эшендә беҙ Булат Ишемғолов шәхесенә уның тураһындағы иҫтәлектәр, үҙенең биографик яҙмалары ярҙамында психологик портретын төҙөнөк.

Ғалимдар төрлө кешенең бер үк ваҡиғаларға төрлө мөнәсәбәттә булыуын күптән иғтибар иткән. Был уларҙың организмында барған нервы процестарының көс, хәрәкәтсәнлек һәм инертлыҡ буйынса айырылыуына бәйләнгән, йәғни кешеләрҙең темпераменттары менән айырыла. Темперамент кешенең дөйөм әүҙемлегенә, хәрәкәтсәнлегенән һәм хис-тойғоһонан төҙөлә. Темпераментҡа ярашлы берәүҙәр тыумыштан етеҙ, шәп, хис- тойғоларға бай, икенселәр әкрен һәм тыныс.

Кеше темпераменттарына тәүге төркөмсәне яҡынса 2500 йыл элек танылған табип Гиппократ биргән булған. Ул кешеләрҙе холериктарға (ҡыҙыу ҡанлы, тиҙ ҡабынып китеүсән), сангвиниктарға (тыныс, бойоҡмаусан), флегматиктарға(тыныс, бошоноп бармаған, инерт), һәм меланхоликтарға (бойоҡ, мыжыҡ, тормоштан риза булмаған) бүлеп ҡараған.

Хәҙерге ваҡытта И.П.Павлов тәҡдим иткән классификация менән файҙаланалар. Көслө нервы системалы кешеләр тыныс йә ҡыҙыу булырға мөмкин, Көслө ҡыҙыу нервы системалы кешеләр тиҙ ҡабыныусан, ярһыусан булалар. Ғәҙәттә улар ҡырыҫ, тотанаҡһыҙ була.

Тыныс типтағы нервы системалы кешеләрҙең нервы процестары үҙгәреүсән, улар тиҙ яраҡлаша, ҡылыҡтарын тиҙ генә үҙгәртә. Хәрәкәтсән типтағы нервы системалы кешеләр бер ҡасан да юғалып ҡалмай, сөнки ҡуҙғатҡыстарға бик тиҙ яуап бирә ала. Ғәҙәттә ундай кешеләр аралашыусан, тормоштан ҡәнәғәт була.

Һүлпән типтағы нервы системалы кешеләргә эшмәкәрлек йүнәлешен үҙгәртеү ауыр бирелә, әкрен бара. Улар тыныс, аралашып бармаған кешеләр.Эш йөкмәтелгәндән һуң оҙаҡ уйланалар, аңлағас ҡарар ҡабул итеп, еренә еткереп башҡаралар. И.П.Павлов был типтағы нервы системалы кешеләрҙе “тормош эшсәндәре” тип атаған.

Көсһөҙ типтағы кешеләргә тотҡарланыу хас, улар нервы процестарының көсһөҙлөгө менән айырыла. Ундай кешеләр бик аҙ аралаша, шомланыусан була. Уларҙың хәрәкәттәре, ымдары ышанысһыҙ, әммә хис-тойғолары тыштан беленеп бармаһа ла, бик тәрән.Улар ваҡ эште яҡшы башҡара.

Нервы системаһы типтары нәҫелдән килә, әммә уға әйләнә - тирәләге мөхит тә һиҙелерлек йоғонто яһай. Яҡшы йә насар темперамент булмай. Нервы эшмәкәрлеге ниндәй генә булмаһын, кеше көслө ихтыярлы булһа, үҙенең темпераментының тиҫкәре яҡтарын юҡҡа сығарып, киреһенсә, яҡшы яҡтарын үҫтерә ала.[6, 210- сы бит]

Темпераменттың “таҙа ” хәлдә осрауы һирәк күренеш. Ошонан сығып, беҙ Булат Ишемғол темпераменты буйынса күберәк сангвиник булыуын билдәләйбеҙ. Шулай уҡ бер ни тиклем кимәлдә холерик һәм меланхолик темпераментын да төҫмөрләргә була. Яңы шарттарҙа кешеләр адаптация (яраҡлашыу) осоро кисерә. Әлбиттә, бөтә кешеләр ҙә яңы шарттарға өйрәнә ала, тик өйрәнеү процесы төрлөсә һуҙыла. Күп кенә халыҡ йылдар буйы ҡалыплашҡан тормош шарттарын тиҙ генә үҙгәртә алмаған, яңылыҡтарға артыҡ ҡыуанмаған, аптырап ҡалғанда, революцион идеялар шауҡымында Булат Ишемғол бөтә йөрәге менән яңырыу осорона сума. Яңы тормошҡа үҙе яраҡлашыу ғына түгел, башҡаларҙы ла артынан эйәртеү, киләсәккә ҡарап яңы ҡарар ҡабул итеү - уның көслө яғы. Инглиз психологы Ганс Айзенк буйынса сангвиниктар яңы шарттарға тиҙ өйрәнәләр, таныш булмаған кешеләр менән тиҙ генә уртаҡ тел табалар, аралашыусандар. Хис-тойғолары тиҙ генә тоҡана һәм баҫыла, эске кисерештәр, ғәҙәттә, бик тәрән булмай, мимикаға бай, хәрәкәтсән. Тик ултырып түҙә алмай, шуға күрә ҡыҫҡа ваҡытлы эштәрҙе уңышлы башҡара.

Кешенең характерында уның үҙенсәлектәре - шәхестең үҙенә генә хас сифаттары, нығынған холоҡ- фиғеле сағыла.

Шәхестең айырым эшмәкәрлектәргә булған ҡарашынан характерҙың структураһын 4 төркөмгә бүләләр:

Хеҙмәткә ҡараш- егәрлелек, намыҫлылыҡ, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ, инициативалылыҡ- быға ҡаршы- ялҡаулыҡ, яуапһыҙлыҡ, пассивлыҡ;

Коллективҡа һәм йәмғиәткә ҡараш- аралашыусанлыҡ, алсаҡлыҡ, ихтирамлыҡ, киреһе-йомоҡлоҡ,шомбайлыҡ, ҡаты бәғерлелек;

Шәхестең үҙ-үҙенә ҡарашы- ғорурлыҡ, үҙ-үҙенә талапсанлыҡ, үҙенең баһаһын белеү, баҫалҡылыҡ, киреһе- үпкәселлек, шикләнеүсәнлек, икеләнеүсәнлек;

Әйберҙәргә ҡараш- ыҫпайлыҡ, һаҡсыллыҡ, йомартлыҡ, киреһе –һаранлыҡ, һыҡмырлыҡ;

Булат Ишемғол тураһындағы иҫтәлектәрҙә уның тик ыңғай сифаттары ғына иҫкә алына: Сәғит Агиш: “Булат Ишемғолдоң кеше булараҡ та бик күп күркәм сифаттарын һанап китергә мөмкин. Шуларҙың береһе, үрнәк алырлығы, үҙенән өлкән һәм кеселәргә бик ҙур иғтибарлы булыу ине. Беҙ, йәштәр уның йөҙөндә бик яҡшы ағайҙы ла, ысын күңелдән ярҙам итергә торған иптәште лә күрә инек”. Cәләх Кулибай “Төрлө һуҡмаҡтар” китабында шағирҙы бына нисек һүрәтләй ”Уның бөтә торош –йөрөшөндә хәрбиҙәрсә етеҙлек, уйнап-көлөп, мәрәкәләшеп һөйләшеү кеүек илгәҙәк сифаттары беренсе осрашыуҙа, тәүге һөйләшеүҙә үк ярылып күренеп тора ине. Уның менән юлға сыҡҡан, бергә табындаш булған йәки эшләгән кешегә бер ваҡытта ла күңелһеҙ булмағандыр, тип уйлайым. Ул ғәжәп теремек, етеҙ, һәләтле һәм оператив эш кешеһе ине.”[2] Характерҙың 4 тибын билдәләйҙәр: Демонстратив шәхестәр үҙҙәренең хис-тойғоларын асыҡ күрһәтәләр, тәрән кисерәләр. Башҡаларҙы ышандырыр өсөн йыш ҡына алдашалар. Улар бик артист натуралы, публикаға хис-тойғоларын оҫта еткерәләр. Ыңғай һыҙаттары-үҙҙәре хис-тойғоларға бай булғас, башҡа кешене лә тиҙ аңлайҙар, яҡшы актер, яҙыусы йәки кешеләр менән эшләүсе социаль хеҙмәткәр булып китә алалар. Ҡарарҙарҙы оҙаҡ уйламай ҡапыл ҡабул итәләр. Педант шәхестәр демонстратив шәхестәргә ҡапма- ҡаршы. Уларҙың кире яҡтары - ҡыйыуһыҙлыҡ, үҙ ғүмере өсөн даими ҡурҡыу хисе, ыңғай яҡтары- теүәллек, бөхтәлек, яуаплылыҡ. Яңы ҡарарҙы төплө, ентекле уйлағас ҡына ҡабул итә.

Тотҡарланыусы шәхес - асыу, ҡурҡыу, ярһыу кеүек хистәрҙе күңелендә оҙаҡ тота, уңыш яулаһа оҙаҡ ҡанатланып йөрөй. Үпкәсел булыуҙары һәм үс һаҡлауҙары менән айырылып торалар. Үҙҙәрен кәмһетеүселәрҙе онотмай.

Ҡуҙғыусан шәхес-һәр ваҡыт ҡәнәғәтһеҙ, бер нимәгә лә риза түгел. Йыш ҡына үҙен тота белмәүе арҡаһында төрлө аңлашмаусанлыҡтарға эләгә. Ошонан сығып, Булат Ишемғолдоң демонстратив шәхес икәнен билдәләйбеҙ. Ул халыҡ араһында сығыш яһарға яратҡан, билдәле шағирҙарҙың шиғырҙарын яттан һөйләгән, матур йырлаған.

“Һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө Булат, эшләй белгән кеүек, ял итә лә белә ине. Мәжлестәрҙә компанияларҙа булғанда үҙен балалар кеүек шат тота, һәр ваҡыт компанияның үҙәгендә булып, бөтә кешенең күңелен аса белә ине. Шаяртырға, шаярып һөйләшергә ярата, ул булғанда бер ҙә күңелһеҙләнергә урын ҡалмай ине. Сәсеү, иген йыйыу кампанияларына китмәгән ваҡыттарында, ял көндәрендә тулыһынса ял итергә тырыша торғайны. Ғаилә, балалар һәм дуҫтары менән ҡыш саңғыла, конькиҙа йөрөй, йәй көнө- һыу буйына, бигерәк тә ул Дим һыуын, үҙе һыу инеп үҫкән Ишемғол һыуына оҡшатып ярата ине.

Булат ул айырыуса йыр, музыка ярата ине, Бетховен, Чайковский, һ.б. бик яратып тыңлай. Әгәр концерттар булһа, бөтә эшен ташлап, концерттарға бара торғайны. Шулай уҡ ул башҡорт көйҙәрен бик ярата, уларҙы эшләп ултырғанда ауыҙ эсенән көйләп ултыра торған ине. Бигерәк тә “Азамат”, “Сибай”, “Буранбай”, “Урал”, “Ҡолой кантон” һ.б. көйҙәрҙә йырлай һәм башҡа йырсылар йырлаһа, яратып тыңлай торғайны.[5]

Һәләтлелек ике төркөмгә бүленә. Дөйөм һәләтлелек интеллект үҫеше менән формалаша. Уға эшһөйөүсәнлек, иғтибарлылыҡ, йыйнаҡлыҡ, төрлө ҡатмарлы шарттарҙа дөрөҫ йүнәлеш таба белеү инә.

Махсус һәләт- айырым бер хеҙмәткә һәләтләшеү. Булат Ишемғол бик һәләтле кеше булған. “А.Таһиров, Д.Юлтый, Ғ.Амантайҙар менән бер рәттән рус яҙыусылары А.Толстой, А.Фадеев, М.Горький, С.Маршак кеүек яҙыусылар, ғалимдар менән аралашыуы уның интеллектуаль йәһәттән ни тиклем үҫешкән булыуын күрһәтә. [8, 60-сы бит] Сит ил кешеләре лә уларҙың өйөндә йыш ҡунаҡ була.

Йүнәлгәнлек – кешенең эшмәкәрлеге үҙенә, үҙ эшен башҡарыуға йәки кешеләргә йүнәлгән булыуы мөмкин. Булат Ишемғолдоң ҡыҙы Клара: “Атайымдың кеше тураһында хәстәрләү һыҙаты бик көслө ине. Өлкә комитетта эшләгәндә өлкән яҙыусы Мәжит Ғафури ғаиләһе мохтажлыҡ күрмәһен тип, паектар илтеп бирер ине. Командировкаға килгән яҙыусыларҙы аслы –туҡлы йөрөмәһендәр, тип алып ҡайтыр ине.” ”Булат Ишемғол бик тиҙ кешеләр менән уртаҡ тел таба, кешеләрҙе үҙенә йәлеп итә ала, кешеләр менән тиҙ яҡыная ала ине...Ғабдрахман-Булат бик кешелекле ине. Ул үҙенең бер киҫәк икмәген башҡалар менән бүлешеп ашай торғайны” (Зөһрә Мамкеева).[5] Тимәк, Булат Ишемғол бар булмышы менән кешеләр өсөн йәшәгән.

 






Не нашли, что искали? Воспользуйтесь поиском:

vikidalka.ru - 2015-2024 год. Все права принадлежат их авторам! Нарушение авторских прав | Нарушение персональных данных