ТОР 5 статей: Методические подходы к анализу финансового состояния предприятия Проблема периодизации русской литературы ХХ века. Краткая характеристика второй половины ХХ века Характеристика шлифовальных кругов и ее маркировка Служебные части речи. Предлог. Союз. Частицы КАТЕГОРИИ:
|
Тикшеренеү маҡсаты.Инеш Тикшеренеү эшемде «Беҙҙең яҡ тауҙары» тип атаным. Сөнки, беҙҙең Мәҫкәү ауылының тирә-яҡтарын тауҙар уратып алған. Был тауҙарҙың исемдәрен күптәр белмәй. Һәр тауҙың исеме есеменә бәйләнгән. Уларҙың исемдәре ҡайҙан, нисек ҡушылған, шуларҙы белеү – файҙалылыр тип уйлайым. Атайымдан һорашып, (ул беҙҙең яҡ тауҙарын бик яҡшы белә, сөнки ғүмерен көтөүсе эшенә бағышлаған кеше ул) уҡытыусым менән эҙләнеп, һәр тауҙың исеме, ниңә шундай атама бирелгәндәре менән ҡыҙыҡһынып, унда нимәләр үҫә, ниндәй хайуандар йәшәй, ата-бабам борондан тауҙарҙың файҙаһын күргәнме, легендаһын белгәнме, шуны иптәштәремә еткерергә уйлайым. Тикшеренеү эшенең актуаллеге. «Һәр кеше үҙенең ете быуынын, ауылының һәм халҡының тарихын белергә тейеш», - тигән беҙҙең ат-бабалар. Һәм элек-электән үҙ балаларынан ошо ҡағиҙәне үтәүҙе талап иткән. Ләкин ер-һыу атамаларын һәм уларҙың тарихтарын улар яҙып бармағандар, ә бөгөнгө көндә эҙләнеүселәр өсөн ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Атамалар - халыҡтың тарихын, тормош-көнкүрешен, мәҙәниәтен сағылдырған тылсымлы бер көҙгө ул. Матурлыҡты күрә белгән кешеләргә, тау тоҡомдарын йорт эштәрендә файҙаланырға, үләндәрен, емештәрен дауаланыу маҡсатында ҡулланырға, һәр тауҙың атамаһын белергә һәм тауҙарҙың файҙаһын күреп йәшәргә өндәйем. Тикшеренеү объекты. Мәҫкәү, Ташҡыя ауылдарын тирә-яҡлап уратып алған тауҙар. Темаға ярашлы әҙәбиәт. Оло кешеләр менән әңгәмә. Эҙләнеү предметы. Ер аҫты һәм ер өҫтө байлыҡтары, легендалар тураһында гәзиттәрҙә сыҡҡан материалдар. Тикшеренеү маҡсаты. Тыуған йәнтөйәгемдең мөғжизәле тәбиғәт ҡомартҡыларын асыҡлап, матур һәм бай тарихлы тауҙар барлығын халыҡҡа еткереү. Уларҙа ғорурлыҡ һәм тәбиғәт-әсәбеҙгә һаҡсыл ҡараш уятыу. Һәр тауҙың атамаһын белергә, йыраҡтан танып белергә, тау байлыҡтарын файҙаға ҡулланырға өйрәтеү. Иптәштәремдә тарихты өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Не нашли, что искали? Воспользуйтесь поиском:
|