Главная

Популярная публикация

Научная публикация

Случайная публикация

Обратная связь

ТОР 5 статей:

Методические подходы к анализу финансового состояния предприятия

Проблема периодизации русской литературы ХХ века. Краткая характеристика второй половины ХХ века

Ценовые и неценовые факторы

Характеристика шлифовальных кругов и ее маркировка

Служебные части речи. Предлог. Союз. Частицы

КАТЕГОРИИ:






Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте




Йыйылған материалдар артабан ауыл тарихын өйрәнеүҙә, мәктәп музейында файҙаланыла ала.

I бүлек. Һәр тауҙың үҙ исеме, урыны

Ауылыбыҙ бик матур, төҙөк, өс урамдан тора. Тирә - яғын уратып алған тауҙар ауылым тәбиғәтенә йәм өҫтәй. Халыҡ беҙҙә иркен, мул йәшәй, мал көтә, бесән әҙерләйҙәр, емеш-еләк йыялар. Малсылыҡ фермаһы бөтһә лә, халыҡ эшһеҙ тормай. Ауылыбыҙ янындағы тауҙарҙың алыҫ йылдарҙан килгән яғымлы һәм мәғәнәле атамалары бар. Мин уларҙың килеп сығыу тарихын, үҙенсәлектәрен, хатта бөгөнгө хәл-торошон өйрәнеү маҡсатында күҙәтеп барам.

Беҙҙең яҡтың тау исемдәре: Өлкәнтау, Сәлимтүбә, Ҡыртау, Ослотау, Уртатүбә, Аратүбә, Фәрхизә түбәһе, Оҙонғор тауы, Ялай тауы, Ҡара бәрән тауы, Сусаҡ тауы, Ҡасҡынбил, Олағыр тауы, Сәкәштау, Бүре ояһы, Барсын түбәһе, Ҡантүбә.
Ауылға ингәс тә, ҡаршыһында, иң тәүҙә күҙгә ташланған ҙур, бейек тау бар. Уны Өлкәнтау тип йөрөтәләр. Ул башҡа тауҙарға ҡарағанда, ысынлап та ҙурыраҡ, текәрәк. Шуғалыр ҙа Өлкәнтау тип атағандарҙыр инде. Был тауҙың ысынға оҡшаш легендаһы йәшәй халыҡ телендә. Имеш, граждандар һуғышы ваҡытында аҡтар ундағы мәмерйә эргәһендә торған, ә ҡыҙылдар Ҡантүбәлә торған.
Өлкәнтау башҡа тауҙарға ҡарағанда үҙенең матурлығы менән ауылдаштарҙы, ҡунаҡтарҙы, айырыуса балаларҙы һәм йәштәрҙе үҙенә тартып, саҡырып тора. Яҙғыһын ҡарҙан әрселеү менән бала-саға, йәштәр тауға үрмәләй башлай. Өҫтән ауыл ус төбөндәгеләй бик күркәм күренә. Ауылды шунда менеп фотоға төшөрөргә яраталар. Кисен ҡояш беҙҙә Өлкәнтау артына бата, ә Ҡантүбә тауы яғынан ҡалҡа.

Ауылдан дүрт саҡрым көнсығышҡа Верхне – Уральскиға барған юлда Ҡантүбә тигән тау бар. Был данлыҡлы түбәнең исемен граждандар һуғышынан килеп сыҡҡан, тиҙәр. Аҡтар менән ҡыҙылдар араһында ҡан ҡойғос һуғыштар булған. Блюхер етәкселегендәге Ҡыҙыл Армия Верхнеуралға ҡарата һөжүмгә күсә. Мәҫкәү ауылы аша үтеп, Яйыҡ йылғаһының икенсе яҡ ярында булған бәләкәй генә түбәгә ынтыла.Уларҙың ниәте ҡаланы һырт яғынан уратып алыу була. Ләкин батшаның атлы ғәскәре түбәнең икенсе яғынан йәйәүле Ҡыҙыл ғәскәргә ҡарата көслө һөжүм яһай. Ике арала булған алыш шундай көслө була, ҡан йылға булып аға.

Йәй көнө ауылына ялға ҡайтҡан кешеләр Барсын түбәһенә менеп төшәләр. Был түбәнең дә үҙ тарихы бар. Барсын әбейҙең бер бөртөк Хашим тигән улы булған. Уны һуғышҡа алғандар, летчик – офицер булып хеҙмәт иткән. Әсә кеше шул түбәгә менеп улын көткән, тик ғәзизе яу ҡырынан ҡайтмаған. Шул һуғыш күпме кешенең күҙ йәшен түктергән.

Ҡасҡынбил тауының легендаһы ла бик ҡыҙыҡ. Белорет яғындағы бер ауылдан өйөрө менән малды, беҙҙең яҡтағы түбәгә ҡыуып килтергәндәр. Малдар шул тауҙа ашап йөрөгәндәр. Был малды ҡасырып алып китеү арҡаһында, был түбәгә Ҡасҡынбил тип исем биргәндәр икән.

Келәтбар тауын, имеш, берәүҙәр: “Борон бында байлыҡ йәшерелгән”, тип әйткәндәр. Шул “клад бар” тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан да инде уның исеме. Икенселәр фараз итеүенсә, тауҙар теҙелешеп келәт һымаҡ булып ултырған өсөн Келәтбар тип йөрөтөлә икән.

Мөхәббәт тауы. Беҙҙең ауылда клуб булмаған ваҡытта йәштәр ошо тауға барыр булғандар. Ул тау ауылға ҡаршы һөҙәк кенә битләү булып күренеп ята. Унда костёр яҡҡандар, уйнағандар, бейегәндәр, танышҡандар. Шуға был тау Мөхәббәт тауы тип атала.

Олағыр тауының тарихы ошолайыраҡ: өйөрө менән мал аҙашып был тауға килеп сыҡҡандар, ти. Хатта мал ҡасып, Ырымбур яҡтарынан да беҙҙең яҡтарға еткән булған. Һәм ошо тауға мал китһә, юғалыр булған. Кешеләр ҙә был тауҙа аҙашҡан, ти. Шуға был тау Олағыр исемен алып ҡалған.

Бөтә тауҙарҙың да тарихы юҡ, ә исемдәре бар. Борон исемде тауҙың нисек, ҡайҙа урынлашыуына ҡарап атағандар. Урта түбә тауҙарҙың уртаһында ултырғас, шул исемде алған. Ҡыр тауы ҡырҙараҡ ултыра, Аратүбә ике тау араһында ултыра, Оҙонғыр тауы оҙон булғас шулай әйтелә. Әлегә бөтә тауҙарҙы өйрәнеп бөтмәгәнмен. Ә ҡайһы тауҙа нимә үҫә, нимәгә бай, уларын беләм.






Не нашли, что искали? Воспользуйтесь поиском:

vikidalka.ru - 2015-2024 год. Все права принадлежат их авторам! Нарушение авторских прав | Нарушение персональных данных