Главная

Популярная публикация

Научная публикация

Случайная публикация

Обратная связь

ТОР 5 статей:

Методические подходы к анализу финансового состояния предприятия

Проблема периодизации русской литературы ХХ века. Краткая характеристика второй половины ХХ века

Ценовые и неценовые факторы

Характеристика шлифовальных кругов и ее маркировка

Служебные части речи. Предлог. Союз. Частицы

КАТЕГОРИИ:






Етенсе күренеш




Лиәбаныу

Уң яҡта бер ишек, түрҙә тыкрыҡҡа ҡараған бер, һул яҡҡа баҡсаға ҡараган ике тәҙрә. Бәҙриҙең ишек алды яҡ өйө. Кис.

Беренсе күренеш

Шаршау күтәрелгәндә урамдан «Ғәлиәбаныу» көйөнә гармун менән йырлап, һыҙғырып, кулдар сабып үткэн тауыш ишетелә. Ғәлиәбаныу, сигеп яткан эше кулында көйөнсә, өҫтәл янында

тыңлап ултыра.

Йыр:

Баҡсаларҙа гөл ал икән,

Гөлдә былбыл бар икән;

Ҡашы ҡара, буйы зифа,

Ғәлиәбаныу, һылыуым иркәм,

Кемгә насип йәр икән?

Уҙегеҙ өйҙә ултыраһығыҙ,

Тышҡа сыҡҡан нурығыҙ:

Нурығыҙға куҙ сағыла,

Ғәлиәбаныу,һылыуым иркәм,

Йәшел шаршау ҡороғоҙ.

Тауыш туктай.

Ғәлиәбаныу. Ай, шул көй, өҙә бит минең үҙәгемде. Бер көн ҡайҙан, күкрәгемдең ҡайһы еренән алып ҡына йырланым икән һуң мин был көйҙө. Инде бына үҙ исемемде ҡушып йырлай башланылар. Мин уны үҙемдең һөйгәнем өсөн генә йырлаған инем бит... (Тороп.) Ошо көйҙө, шундай йырҙарҙы ни ҡәҙәр тыңлаһам да туя алмайым, бигерәк тә гармунда Хәлил уйнаһа. Атайҙарҙан ҡурҡмаһам, кешенән оялмаһам, тәҙрә төбөмдә йырлатып төн буйы ултырыр инем. (Тәҙрэгэ бара башлап.) Киттеләр ахырыһы. Атай өйҙә саҡта оҙаҡ тормағандары яҡшы. (Тәҙрэнең пәрҙэһен асып ҡарай.)

Шунда уҡ гармун менән йырлап ебәрәләр.

Тәҙрәнән ҡарайһың,

Ҡарап кемде таныйһың?

Ҡарап күҙең талдырғансы,

Ғәлиәбаныу, һылыуым иркәм,

Ник саҡырып алмайһың?

Ғәлиәбаныу (беренсе йыр башлснгас та, ҡапыл сигенеп китеп, тыңлап тора ла, икенсе йыр башланғас). Хәйерһеҙҙәр икән. Тиҙерәк ебәрергә кәрәк.

Атай кәрәкте бирер... (Тиҙ генә барып, лампаны баҫып күтәрә.)

 

Күп тормай Бәҙри, тағы һуңыраҡ Ғ ә л и м ә инәләр.

Икенсе күренеш

Бәҙри, Ғ ә л и м ә.

Бәҙри (ҡысҡырып). Ҡара әле, беҙгә бит, беҙгә йырлайҙар. Бөтөнләй төбәп йырлайҙар. Ғәлиәбаныу, һылыуым иркәм тиме, аппағым, тиме?.. (Башын борғолап.) Ай-яй, уҫалдар, көй ҙә сығарып өлгөрҙөләр.

(Бер биҙрә һыу күтәреп, Ғ ә л и м ә керә) Ҡатын,ҡатын тим..Ишеттеңме, ҡатын?

Ғ ә л и м ә.. Нимәне?

Бәҙри. Яңы ғына урамдан йырлап үткәндәрен!

Ғ ә л и м ә.. Ишетмәгән ҡайҙа. Ошо беҙҙең тыҡрыҡтан ғына үттеләр бит. Яңы көй тигән булалар. (Һыуын һикегә ҡуя.)

Ғ ә л и м ә.. Бигерәк беҙгә төбәп йырлаган кеүек инде. Әллә бөтөнләй Ғәлиәбаныуға атап сығарғандар? Йырҙарын да бит һайлап ҡына йырлайҙар.

Бәҙри. Теймә, ҡатын, йырлай бирһендәр. Беҙгә сыҡҡан көймө, түгелме, йөрөй бирһендәр. (Һикег ә ултыра.)

Ғ ә л и м ә. Шунда ла инде килешеп бөтмәй. Уң айһыҙ тойола. Һин үҙең дә аҙыраҡ ҡатыраҡ тормайһың.Аҙыраҡ ҡатыраҡ була белһәң, улай уҡ ҡыланмаҫтар ине. Хәҙер мин аларҙы... (Мейес тир ә һенд ә маташа)

Бәҙри. Бар, сығып бәйләнеп ҡара һин! Ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығарғаныңды күрерһең. «Яңы бешкән алма кеүек һин, Ғәлиәбаныу»ҙар урынына «ауыҙҙарың алаптай, тешкәйҙәрең тараҡтай» тип йырлағандарын ишетәһең киләме ни?Әле нисек кенә тип ебәрәләр. Ҡашың ҡыйғас, битең ҡояш, ти бит. (көл ә .)

Ғ ә л и м ә.. Ул тиклеменә шөкөр инде шөкөрлөккә.

Бәҙри. Арғы яҡтың яланы, ти, әсе була баланы, ти,(Бергә) ай, ҡояшым, ҡыйғас ҡашым, тилмертмә был баланы, ти.(Көйләй).

Ә, ҡатын, беҙҙең Ғәлиәбаныуҙың ҡашы ҡыйғас уҡ түгелдер бит?

Ғ ә л и м ә. Ҡыйғас, ҡап-ҡара һыҙылып киткән ҡый­ғас ҡаш.

Бәҙри (ҡыуанып). Ҡара һин дуңғыҙҙарҙы. Тыуғандан бирле алдында торған атаһы белмәй, ә улар барыһын да ентекләп белеп бөткәндәр. (Көлә.)

Ғ ә л и м ә.. Күҙ өҫтөндә ҡаш булып тора инде. Хоҙай уңайлы урынын насип итһен...

Бәҙри. Инде егеттәр Бәҙриеңә бер саҡрымдан сәләм бирә башларҙар. ә б ә йеп.) Шундай бер ҡыҙ үҫтереп биргәс ни... Ә... ни әйткәндәй, ҡатын, һин абайланыңмы? Мин был йырлап үткән кешене Исмәғил түгелме икән тиеберәк ҡалдым.

Ғ ә л и м ә. Ай-һай, булмаҫ та. Ул беҙҙең тирәлә сыуалырмы икән?

Бәҙри. шулай ҙа бит, белмәҫһең, сәстәре сәскә бәйләнгән булһа, Ғәлиәбаныу ме­нән дуҫлашып йөрөүҙәре лә мөмкин шул.

Ғ ә л и м ә. Бик кенә матур эш булыр ине лә бит, белмәйем шул. Хоҙай шундай рәхмәтен бағышлаған булһа, дүрт ҡул менән бирер инек инде. Үҙе серегән бай, үҙе йәш...

Бәҙри. Унан да һәйбәт урынды көтөргә лә ярамай. Ғәлиәбаныуҙың матурлыгына ҡыҙыҡһа, алам тиһә, уңа ҡаршы килер кешеһе юҡ. (Тороп, Ғ ә лимә янынараҡ килеп.) Шунда ла, ҡатын, мин үҙем был турала күптән уйлап йөрөйөм йөрөүен, һин ҡараштырғыла әле, араларында вәғәҙә-мәғәҙә барын белеп булмаҫмы! Хәҙер инде ул еткән ҡыҙ, артыҡ ҡыҫып маташырға ла ярамай.

Ғәлимә: Ярар атаһы..ярар.. (Ғәлимә тышҡа сыға, Бәҙри уҙ алдына) Хоҙай ҡушып башланған ғына булһасы. Егет бына тигән. Үҙе бай, үҙе хужа. Донъяны дер һелкетеп тора.

Исмәғилдең теге халыҡ араһына сыҡ кан һүҙе раҫ булһа, ул әйткәнен эшләмәй ҡалмаҫҡа тейеш ине. Ай, Ғәлиәбаныу ҙа йоҡлап тормаған ғына булһа... Туҡта, бер-бер ишараһын табып булмаҫмы? (ян-яғына ҡаранып, һаҡланып ҡына өҫт ә л өҫтөн аҡтара. Сикнән ҡулъяулыҡ табып алып, шатлана.)

Башланған, башланған, хоҙайға шөкөр, моғайын шуғалыр. Яңы ғына сигеп бөткән. Ебен дә өҙмәгән...

Бәҙри Ҡатын, ҡатын, тиҙ, бында кил әле. ә лим ә кил ә башлағас.) Әй, ҡара, ишегеңде яҡшы яптыңмы? (Ғәлимә ишекте ҡарап килгәс.) Эш бешә.

Ғәлимә. Ни бар, ә?

Бәҙри. һөйөнсө! һөйөнсө! Башланған. Бына Исмәғилгә бүләккә эшләп ҡуйған.

Ғәлимә (ҡарап). Ай, хәйерһеҙ икән, ысынмы? Ҡайһы ерҙән алдың?

Бәҙри. бына был Яҫтыҡтың аҫтында ине. Сигеп һалып ҡуйған бит..

Ғәлимә. Сеү, тилермә. (Ишеккә ымлай.)

(Бәҙри ҡапыл ауыҙын баҫып ишекте ҡарап килә).

Ғәлимә. Тиҙерәк урынына ҡуй инде! Үҙе һиҙмәһен тағы.

Б ә ҙ ри. Туҡта әле. Тағы берәр нәмә табып булмаҫмы?

(яулыҡты урынына ҡуя ла эҙләнә.)

Ғәлимә (килеп). Ни булһа ла, бына был һандыҡтың эсендә булыр ине лә, бикле икән шул.

Бәҙри. Ишекте һаҡла, ишекте! Ғәлиәбаныу килеп инһә, икебеҙҙе лә тотоп сикәләр.

Ғәлимә. Әйберҙәрен урыны-урынына ҡуй бер үк.

Бәҙри. Бына, был ни? Хат бит. (Аса.)

Икеһе лә бик ентекләп карайҙар.

Бәҙри (ҡысҡырып еб ә р ә ). Егеггәр хаты.

Ғәлимә ә ҙриҙең ауыҙына һуҙылып). Шым, тим!

Бәҙри (хатты кеҫәһен ә тыгып, дзрр ә ү ишекк ә әйл ә неп ҡарай ҙа). Мә әле, һин маташтыра алмаҫһыңмы?

Ғәлимә. Кит унан, мин яҙыу танымайым да баһа.

Бәҙри. Танымайым тип, быны уҡымай ҡалырға ярамай, Танымаһаң да уҡы! Көндөҙ булһа, һиңә әйгеп тә тормаҫ инем. Беләһең бит кис күҙемдең яҙыу укый алмағанын.

Ғәлимә. Ут янынараҡ барып ҡараһаң?

Бәҙри. Әйтеп торам да баһа һиңә, ут яҡтыһында уҡый алмайым тип. Мә, тиҙерәк ҡара! (хатты бирә)

Ғәлимә. Ай, аллам, белмәгәс, нисек итеп уҡыр ти икән.

Бәҙри. Мин өйрәтеп торормон. Мә, шунан иң һуңғы һүҙен генә ҡара! Башҡаһы кәрәкмәйҙә.

Ғәлимә (алып ҡарап). Бында бер «әлеп» бар, атаһы!

Бәҙри. Ә-ә-ә, таяҡ кеүекме? Ана инде шуның янында бер тырма теше кеүеге лә юҡмы?

Ғәлимә. Ундай юҡ. Таяҡтан һуң салғы кеүек кәкрәйеберәк киткән нәмә бар.

Бәҙри. Уныһы ни булды тағы?.. Хуш, тағы, тағы?.. Шул салғы янында һаплы суҡмар кеүек нәмә юҡмы?

Ғәлимә. Суҡмар кеүек түгел. Балыҡ аулай торған йәтмә кеүек бер нәмә бар.

Бәҙри. Әһә, әһә, инде бер табағас кеүеге лә бармы?

Ғәлимә. Бар... (Ҡыуанып китеп.) Аҙағында ләм, атаһы, ләм!

Бәҙри. Ләм? Ҡармаҡ кеүекме?

Ғәлимә. Эйе, эйе, уныһын мин үҙем дә таныйым.

Бәҙри (бик ҡыуанып). Исмәғил инде, Исмәғил. Аллаға шөкөр, аллаға шөкөр!(бейеу көйө)

Ғәлимә. Мә, алған ереңә ҡуй тиҙерәк!

Б әҙ р и. Бына һин, бөтә эште бешереп ҡуйған Ғәлиәбаныу... (Хатты ҡуя.) Эй хоҙайым, һәр икеһенә тигеҙ мөхәббәт бир!

Ғәлимә. Ҡыуаныс, шаглыҡ менән ғүмер итергә яҙһын.

Бәҙри. Күркәм итеп тамамларға насип булһын инде. Әйтәм шул бик тилмереп йырлайҙар ине. «Ғәлиәбаныу, ғүмерлек йәр булһана!» —ти бит. Тикә түгел икән ул. Мин уны шунда уҡ уйланым. Исмәгил башҡалар ыңгайына юҡҡа йөрөмәҫ тип. (Ҡыуанып көләп ҡуя.)

Ғәлимә. Хоҙай күктән көткәнде ерҙән бирҙе.

Бәҙри. Ғәлиәбаныуҙы әйтәм, етеҙ ҙә һуң, вәғәҙәгә билге итеп бирергә яулығын да әҙерләп ҡуйған һиҙҙермәй генә. Бына һиңә, эш беште бит, ә? Егет тә һөйә, ҡыҙ ҙа һөйә, ә беҙ дүрт ҡуллап риза. Туй итергә генә ҡалды.

Ғ ә л и м ә. Туй тигәндән, быйыл беҙҙең ни барыһы алты ғына ҡаҙ бар. Тағы аҙыраҡ һатып алырбыҙмы икән һуң? Туйыңа ла, кейәү һыйларыңа ла булғас.

Бәҙри. Алырбыҙ инде, алырбыҙ. Иртәгә үк ҡалаға китергә кәрәк. Бер арыуыраҡ салбар ҙа алып тектермәй хәл юҡ. Ыштандан ғына килешмәй. Ҡатнашҡан кешең бай булғас, һиңә лә аҙыраҡ кешесә ҡыланмай тура килмәй.

Шундай ваҡ-төйәкте алданыраҡ әҙерләп торорға кәрәк. Бер егерме-утыҙ ботлап бойҙай һалып, иртәгә китәйем. (Был ваҡыт йомшаҡ ҡына һыҙғырған тауыш ишетелә. Ҡарттар бер- береһенә ҡарашалар.

Бәҙри. Ҡатын, берәү һыҙғыра бит.

Ғ ә л и м ә. Мин дә шулай ишеттем.

Икеһе лә тороп, тәҙрә янына ауышып, тыңлап торалар. Тағын, һыҙғырыу.

Бәҙри. Тиҙ-тиҙ, ҡатын! Килде, килде.

Ғ ә л и м ә.. Исмәғил, Исмәғил!..

Бәҙри. Тиҙерәк Ғәлиәбаныуҙы ебәр!.. Ят инде, тиең. Әйҙә! Аҡрын!..

Сыға башлайҙар.

Ғ ә л и м ә. Эй, хоҙайым, хәйерле ит!..

Бәҙри (ишектән сыҡҡанда әйл ә пеп). Төклө аяғың менән, кейәү!

Сығалар. Куп тормай Ғәлиәбаныу инеп ишекте әлә

Етенсе күренеш

Лиәбаныу яңғыҙ.

Ғәлиәбаныу. Бөтә ауыл йоҡлап бөткән, быларға ни ҡалғандыр төн һаҡларға. Хәлил килеп һыҙғырмаһа ярар ине тип ҡурҡып бөттөм. (Өҫтәлдәге яулыҡты алып ебен өҙә, остарын төйнәй-төйнәй.) Хәлил тәҙрәгә килмәй китмәҫ. Хәйер, Исмәғил менән һүҙгә килгән булһалар, ҡайтып та киткәндер. Ул Исмәғил дә бер йән көйөгө булды ми­ңә. Атайҙарға һүҙ һала ғына күрмәһен инде. Үҙемде йөҙәткәне лә етәрлек булды. (Иҫенә төшөрөп.) У, шуның хатын йыртып ташлайым әле. Атайымдар күрер йә. (Йыртып ташлап.) Хаттары менән, сәләмдәре менән, йырҙары менән тамам теңкәмә тейҙе инде. Әле бөгөн дә шуларҙың артынан һыу буйына төшөп китте. (Һикегә урын йәйеп маташа.) Хоҙай башымды шул ҡанһыҙға яҙмаһын. Ун өс йәшемдән алып йөрәгемә инеп ултырған Хәлилем бар сағында уның ҡыҙыҡһыҙ байлығына бер ҙә иҫем китмәй...

Шул вакытта тағы әсе генә һыҙғырыу.

Ай, Хәлилме икән? (Лампаны һүндерә л ә, п ә рҙәне күт ә- реп, т ә ҙр ә не аса, тулған ай бүлм ә не яҡтырта. Ғәлиәба­ныу тыңлап тора.)

Тағы Һыҙғырыу.

Сығайыммы икән, сыҡмайыммы икән? (Башына шәл алып бөркәнә.) Әсәйемдәр ҙә ятып бөтмәгән. (Ишеккә барып тыңлап килеп.) Бөгөн сыҡмайым, булмаһа. Әсәйем һиҙһә, яҡшы түгел.

Шул ваҡыт матур тауыш менән һуҙып ҡына «Ғәлиәбаныу» көйөнә йырлаған тауыш ишетелә.

Билемдәге ал билбауым

Тормай ҡыҫтырған ерҙә;

Үҙе саҡыра, үҙе ҡаса,

Ғәлиәбаныу, һылыуым иркәм,

Сыҡмай һыҙғырған ергә.

Ғәлиәбаныу ә ҙр ә янына кллеп йырлай).

Йүгереп төштөм һыу буйына,

һыуҙа ҡоштар йөҙә тип;

Сыҡмайһың тип үпкәләмә,

Йәнейем, бәғерем, һылыуым иркәм

Ҡурҡам кеше һиҙер тип.

Хәлил (тәҙр ә гә килеп)

Тәҙрә төбөң ҡаты бал

Ашағың килһә,ватып ал.

Һөйөуҙәрең ысын булһа,

Ғәлиәбаныу һылыуым иркәм

Тәҙрәнән тартып ал

өй эсенә һикереп керә

Хәлил..Ғәлиәбаныу..йәнем кил әле бер ҡосаҡлайым уҙеңде.(Шәл яба)

 

бергә: Ситән аша төшкән саҡта

Бурәнәгә абындым.

Минуты ай,сәғәте йыл,

Ғәлиәбаныу,Һылыуым иркәм

шул ҡәҙәре һағындым..(

Хәлил йәнем бәғерем иркәм.

Шул ҡәҙәре һағындым (К!л!шәләр)

 

Хәлил. Һинең тирәлә ҡоҙғондар осҡаны беленмәйме?

Ғәлиәбаныу. Ул тиклемен белмәйем. Һыу буйында булдыңмы?

Хәлил. Булдым. Исмәғил араға инә бит. Мин уның менән саҡ-саҡ һүҙгә килмәй йәрөйөм.

Ғәлиәбаныу. Мин мәңге уға барасаҡ түгелмен. Атайҙар ҡыҫтап йөҙәтә башлаһалар, һин миңә ярҙам итерһең бит, Хәлил.

Хәлил. Теләһәң, мин иртәгә үк һиңә яусы ебәрәм.

Ғәлиәбаныу. Иртәгә үк? Иртәгә үк ебәр! Исмәғил ҡыҫылғанса бер хәл булһын. Яҡшылыҡ менән бирмәһәләр, мин йәбешеп сығам.

Хәлил. (ҡулын биреп). Вәғәҙәме?!

Ғәлиәбаныу. Вәғәҙә!

Таң әтәстәре ҡысҡырыа

Айрылышыу билгеһе.

Был бүләгем һине һөйөп

Күңелемдән ҡайнап сыҡҡан

Вәғәҙәләрҙең билгеһе

(ҡулъяулыҡ алып бирә.)

Хәлил (Ғәлиәбаныуҙың ҡулын ҡыҫҡан көйө) Рәхмәт Ғәлиәбаныу.! Хуш, йәнем! Мин тыныс күңел менән китәм.

Ғәлиәбаныу (күрешеп). Юлыңа аҡ йәймә

Хәлил гармун уйнап китә.

(тәҙрәнән оҙаҡ ҡарап ҡалып).свет һунә

Әтәс ҡысҡыра

Икенсе шаршау.

Бәҙриҙең урам яҡ өйө, һикелә Ғәлимә каба менән еп иләп ултыра.

Шунда уҡ капсыкгар готоп Бәҙри инә.






Не нашли, что искали? Воспользуйтесь поиском:

vikidalka.ru - 2015-2024 год. Все права принадлежат их авторам! Нарушение авторских прав | Нарушение персональных данных