Главная

Популярная публикация

Научная публикация

Случайная публикация

Обратная связь

ТОР 5 статей:

Методические подходы к анализу финансового состояния предприятия

Проблема периодизации русской литературы ХХ века. Краткая характеристика второй половины ХХ века

Ценовые и неценовые факторы

Характеристика шлифовальных кругов и ее маркировка

Служебные части речи. Предлог. Союз. Частицы

КАТЕГОРИИ:






Исмәғил, Ғәлиәбаныу.




Исмәғил (сығып). Юлыңа гөлдәр үҫһен, Ғәлиәба­ныу.

Ғәлиәбаныу (боролоп, Исм ә ғилде күргәс, сырайын боҙоп). Рәхмәт! (Китмәксе була.)

Исмәғил. Ниңә ул тиклем ашығыс?

Ғәлиәбаныу. Кеше осраған һайын туҡтай башлаһаң, көнө буйы йөрөрһөң.

Исмәғил. Минең янымда аҙ ғына ла торғоң килмәйме ни?

Ғәлиәбаныу. Ашығам шул

Исмәғил. Биш кенә минутҡа!

Ғәлиәбаныу өндәшмәй китә башлай.

Исмәғил (ынтылып, ҡаты ҡурҡытырлыҡ итеп). Ғәлиәбаныу!

Ғәлиәбаныу туктап, хурлау менән Исмәгилгә ҡарай.

Исмәғил. Һеҙҙең тирәлә ҡоҙғондар йөрөй, тиҙәр. Ысынмы әллә шул һүҙ?

Ғәлиәбаныу. Ысын ине лә, ҡотолдом инде.

Исмәғил (ҡыуанып). Теләмәнеңме?

Ғәлиәбаныу. Теләмәнем.

Исмәғил (бик ҡыуанып). Хәлилдеме?

Ғәлиәбаныу. Юҡ, Исмәғилде.

Исмәғил йәшен һуҡҡан кеүек була. Ғәлиәбаныу китә башлай.

Исмәғил (тиҙ ген ә барып тотоноп). Ғәлиәбаныу!

Ғәлиәбаныу. Һин миңә тотона алмайһың! Мин Хәлилгә вәғәҙә бирҙем.

Исмәғил. Алданаһың!

Ғәлиәбаныу. Алданһам, мин һиңә үпкәләмәм...

Исмәғил. Юҡ, һин минеке булырға тейеш... һин минеке бул!

Ғәлиәбаныу. Мәңге булмам.

Исмәғил. Ҡара, бының аҙағы яҡшы булмаҫ!

Ғәлиәбаныу. Мин берәүгә лә насарлыҡ эшләгәнем юҡ. Миңә зыян итергә батырсылыҡ итерһеңме?

Исмәғил (ялыныбыраҡ). Ғәлиәбаныу, йәнем! Мине шул Хәлилдән кәм күрәһеңме ни? Үҙ бәхегеңде кәртәләмә. Минең кемлегемде беләһеңме? Минең исемем ишетелелгәндә, бөтә тирә-яҡ халҡы ҡурҡып тора. Минең бөтә ауылы халҡын бармағымда уйнатырға ҡулымдан килә. Минең һүҙемде йығып, башҡаға китеүҙең аҙағы яҡшы булмауын уйлап ҡара.

Ғәлиәбаныу. Зинһар, Исмәғил ағай, мине йәберләмә, мин Хәлилде һөйәм. Һиңә һис кенә лә күңелем ятмай. Юҡҡа минең юлымды быума, Исмәҡил ағай!

Исмәғил. Яҡшылыҡ менән күнмәһәң, ни эшләргә белермен.

Ғәлиәбаныу. Хоҙайҙан ҡурҡ аҙыраҡ.

Исмәғил. Асыу килгән ваҡытта хоҙай иҫтән сыға, шуны ла онотма.

Ғәлиәбаныу. һинең менән һөйләшеп тороуы ла ҡурҡыныс! (Китмәксе була.)

Исмәғил (бик асыу менән). Ғәлиәбаныу! Мин һиңә китмәҫкә ҡушам!

Ғәлиәбаныу. Һинең миндә эшең булмаһын

Исмәғил. Китә алмаҫһың! (Китә башлай Исмәгил тиҙ генә барып Ғәлиәбаныуҙың башынан шәлен тартып ала).

 

Ғәлиәбаныу. Зинһар... Туҡтатма мине, бир шәлемде!

Исмәғил (мыҫҡыл итеп). Бар кит, ниңә китмәйһең?

Ғәлиәбаныу (көйәнтә-биҙрәләрен алып). Исмәғил ағай, йөҙәтмә мине юҡҡа. Барыбер файҙа юҡ... Бир шәлемде.

Исмәғил. Хәлилгә барырға ашығаһыңмы?

Ғәлиәбаныу. Зинһар туҡтатма.

Исмәғил (ҡаршыһында ялынып торған Ғәли ә баныуҙы мыҫҡыллап, ш ә л тотҡан ҡулын бөйөрөнә таянып, «Ғәлиәбаныу» көйөнә йырлай).

Йәйгә сыҡһаң, елләр өсөн

Йәй келәткә урыныңды.

Минән артыҡ йәр тапмаҫһың,

Ғәлиәбаныу Бәҙри ҡыҙы

Бик күтәрмә мороноңдо.

Ғәлиәбаныу (тамам аптырап). Теләһәң нисек итеп хурла, тик шәлемде бир!

Исмәғил (ҡысҡырып көлә). Бар, ана теге сүплек башындағы өйҙә, һине килен итеп көтөп торалар ти.

Ғәлиәбаныу. Миңә шул да ярай.

Исмәғил. Йә, бар, ниңә китмәйһең? Түбәһеҙ өйгә?

Шул вакыт X ә л и л йүгереп инеп, Исмәғил менән Ғәлиәбаныу араһына баҫа.

X ә л и л (Исмәғилдең ҡулынан шәлде йолҡоп алып), Беҙ уны һинән һорамабыҙ. Унда ни эшең бар, бәдбәхәт, ҡара йылан! Һин беҙҙең араға инмәксе булаһыңмы ни?!

Ғәлиәбаныу (Хәлилдең ҡосагына атылып). йә­нем, бәғерем,

X ә л и л. Тыныс бул, Ғәлиәбаныу, уның менән һөйләшә белермен. (Исмәғилгә.) Исмәғил! Бел шуны, башың ике булһа, ин беҙҙең араға! (Ғәлиәбаныуҙы алып сығып китә.)

Исмәғил. минһинең менән икенсерәк һөйләшермен!!! (бик асыу менән ҡарап ҡалып).

Әгәр ошо Хәлилдең ҡулынан Ғәлиәбаныуҙы тартып ала алмаһам, Исмәғил исеме миңә харам булһын! (Ныҡ-ныҡ баҫып сы­ғып китә.)

Ғәлиәбаныу (һыуын ергә ҡуйып). Йәнем, мин ул Исмәғил эште бутар тип ҡурҡам.

Хәлил (йыуатып). Бер ни ҙә эшләй алмаҫ. беҙҙең ризалыҡтарыбыҙ өҫтөнә, атай-әсәйеңдең күнеүе менән булған эште ун Исмәғил дә боҙа алмаҫ. Бөтә ауыл беҙҙең яҡта. Яңғыҙы әллә ҡайҙа бара алмаҫ.

Ғәлиәбаныу (бик борсоулы). Белмәйем шул. Ул әллә ниндәй яла ябыуҙан да тартынмаҫ. Бигерәк яман күңелле кеше икән. Миңә эт кеүек йәбеште бит... Атайымдарҙы кире ҡайырмаһа ярар ине тип ҡурҡам.Беҙҙең атай бик аумаҡай кеше шул.

Хәлил. Әйтәм бит, йәнем. Унан беҙгә ни зыян.

Ғәлиәбаныу. Ни зыян тиһеңме? Элек Ғилмитдиндәр Фатиманы бикләп ҡуйған кеүек, мине бикләп ҡуйырҙар. Унан Исмәғилгә никах уҡытып тейәп тә ебәрерҙәр.

Хәлил (уйға ҡала, бер аҙҙан). Һуң ни эшләйек тийәһең, Ғәлиәбаныу?

Ғәлиәбаныу. Зинһар бер юлын тап! Минең аҡылым етмәй...

Хәлил. Улайһа, бына нәмә, Ғәлиәбаныу, беҙ хәҙер сабыр итеп торайыҡ. Атайың ҡаланан ҡайтһын. Әгәр Исмәғил ысынлап эште болғаһа,беҙ шул уҡ төндә ҡасырбыҙ ҙа никах уҡытырбыҙ.

Ғәлиәбаныу. Улар бит мине бикләп ҡуйырҙар.

Хәлил. Һин уларҙың кире уйлағанын һиҙгәс тә, улар яҡлы бул, мин Хәлилде ташланым, тиерһең. Шунан һине бикләмәҫтәр. Ауыл тынғас, мин һинең тәҙрәңә барырмын.

Ғәлиәбан ыу. Ярай ҙа һин килһәң. Бер-бер сәбәп менән килә алмаһаң?.. Мин харап булам бит.

Хәлил. Юлыма таш яуһа ла бармай ҡалмам...

Ғәлиәбаныу. Ярай, мин күнәм. Һинеке булыр өсөн тау тишеп сығырға ла ризамын. Ҡапыл ғына бәхетле булдым тип ҡыуанған инем. Ни тиклем ҡыйынлыҡтар, ни тиклем һүҙҙәр ишетәһем бар икән әле.

Хәлил. Бәлки, әле бер нәмә лә булмаҫ...

Ғәлиәбаныу (ситкә ҡарап). Тегендә ни саҡлы халыҡ өйөлөп тора. Моғайын, беҙҙең ғәйбәтте һаталарҙыр инде.

Хәлил. Кешенең ауыҙын тегеп буламы ни. Күңелеңде ныҡ тот! Ни булыр тиһең?

Ситтән гармун тауышы ишетелә башлай.

Ғәлиәбаныу. Улар кемдәр?.. Исмәғил түгелме?

Хәлил. Шулар.

Ғәлиәбаныу (борсоулы). Хоҙайым, мыҫҡыл итеп йырларға тотонорҙар инде.

Хәлил. Иыйылһындар. Әйҙә, һөйләй бирһендәр.

Гармунға ҡушылып «Ғәлиәбаныу» көйөнә йырлай башлайҙар.

Ғәлиәбаныу. Йәнем, харап итәләр...

Хәлил асыуланып мығырлай.

Һары атым һаҙ буйында,

Еҙ ҡамыты муйынында;

Алмаһам да үкенмәйем,

Күп йоҡланым ҡуйынында...

Ғәлиәбаныу (ҡысҡырып). Ах, ялған! Ялған! (Йыгыла башлағанда, Хәлил тотоп ҡала.)

Ш а р шау






Не нашли, что искали? Воспользуйтесь поиском:

vikidalka.ru - 2015-2024 год. Все права принадлежат их авторам! Нарушение авторских прав | Нарушение персональных данных