Главная | Случайная
Обратная связь

ТОР 5 статей:

Методические подходы к анализу финансового состояния предприятия

Проблема периодизации русской литературы ХХ века. Краткая характеристика второй половины ХХ века

Ценовые и неценовые факторы

Характеристика шлифовальных кругов и ее маркировка

Служебные части речи. Предлог. Союз. Частицы

КАТЕГОРИИ:






ДҮРТЕНСЕ ШАРШАУ




Ишек алды яҡ өйҙөң түре сыҡҡан Бәҙриҙең баҡсаһы. Бер ситендә һике. Өҫтөндә яңы йыйып бөтөп килгән сәй урыны. Ғ ә л и м ә. батмус һөртә, Б ә ҙ р и һикенән аяғын һалындырып, ситтәрәк ултыра. Кис.

Бәҙри, Ғәлимә.(самауыр килтереп ултырта)

Б ә ҙ р и. Иртәгә иртүк Бәҙиға абыстай килеп тә етер. Әле беҙ ул турала бер нәмә лә һөйләшмәнек. Туйлығына күпме, мәһәрен күпме һорайбыҙ?

Ғәлимә. Уларын үҙе лә еренә еткереп эшләргә тырышыр инде. Исемен буярлыҡ итмәҫ. Кем бүләктәре тигәндә, Исмәғил бүләктәре тип ҡысҡырып торорлоҡ итер.

Бәҙри. Юҡ ул, ҡатын, улай тип кенә торорға ярамай. Дөрөҫ, биткә ҡыҙыллыҡ килтерерлек итмәҫ. Шулай ҙа булһа, урыны килгәндә (Ҡулы менәи көрәп күрһәтә.), сумырыбыраҡ ҡалырға кәрәк. Бер эләктерһәң, ошо туй араһында эләктереп ҡалаһың уны. Ҡыҙҙы бер алып китһә, беҙгә шул бай ҡоҙаһы булыуҙан артығы күп тәтеп бөтмәҫ.

Ғәлимә (сынаяҡтарын ашъяулыҡ тенән торөп ҡуйып). Күпме һорарбыҙ һуң?

Бәҙри,Бына шуны килешеп ҡуйырға ине.

Ғәлимә.Беҙ һорарбыҙ. Ә ул тағы ла күберәк бирергә уйлап торған булһа..

Бәҙри (тороп йөрөй башлай). Әй, ҡаҙалғыры! Уныһы бар икән тағы. Артыҡ һорап ташлаһаң, кейәүҙе асыуландырып, эште боҙоп ҡуйыу бар. Самалабыраҡ һораһаң, уның күберәк тә бирергә уйлағанын белеп, эс яныуы бар... Шайтан тейгере, был байға ҡыҙ биреү ҙә еңел эш түгел икән.

Ғәлимә. Шуның өсөн үҙ иркенә генә ҡуяйыҡ тим.

Бәҙри (башын, тырнап, уйланып). Үҙ иркенә генә ҡуяйыҡ тиһең дә, әгәр ул туйлығына, мәһәренә ни барыһы ике йөҙ һум ғына биреп ҡуйһа?

Ғәлимә. Ниңә, шул етмәйме ни? Туйға ике йөҙ һум булһа, башҡаларҙың төшөнә лә инмәгән әле ул...

Бәҙри(асыуланып). Эй, сепрәк баш, сепрәк баш! Бер кеше Һуң Исмәғил кеүек бер байға ҡыҙ бир ҙә, имеш, ике йөҙ менән эш бөтөр... Исмаһам, йөҙ илле һум туйлыҡ йөҙ һум мәһәр тип тә әйтә белмәй бит...

Ғәлимә(асыуланыбыраҡ). Йә, йә инде, күп хыялланма! Улай бик аҡыллы булғас, кәңәшләшмәҫ инең. Миңә тимәһә, өс йөҙ һум һора.

Б ә ҙ р и. Өс йөҙ?.. Бына мин, улайһа, мең тәңкә һорайым... ишетәһеңме? Мең! Уны өс йөҙ менән ҡала торған булғас, Исмәғилгә бирмәйем дә. Ғәлиәбаныу кеүек ҡыҙың барҙа, йөҙ кейәү табып була.

Ғәлимә. Улай ҙурҙан һорай белгәс, әҙерләй ҙә бел инде.

Бәҙри(йомшап). Тегенән сиртеүен генә сиртәйем, бына тигән итеп туй яһарбыҙ. Ике мискә бал әсетербеҙ...

Ғәлимә. Уныһы ҡалмаҫ инде.

Бәҙри. һиңә тағы бер кәшимир шәл алырбыҙ. Бер настоящий американский галуш алырбыҙ. Шуны кейеп ҡоҙағыйҙар янында ерҙе емерттереп йөрөрһөң. Инде Ғәлиәбаныуға, теге, мырҙа ҡыҙҙары ғына кейә торған, бағанаға ултыртҡан ситек алырбыҙ. Шуны кейеп, тарһылдата баҫып, самауырҙы кейәүҙең алдына дыңҡ иттереп алып барып ултыртһа, күҙҙәре ут булыр малайҙың.

Ғ ә л и м ә.Ул тураларҙа инде сер бирмәбеҙ.

Б ә ҙ р и. Әйткәндәй, һорарға онотоп торам икән, Ғәлиәбаныу кисә уйынға сыҡтымы?

Ғ ә л и м ә. Сыҡмаған ҡайҙа, биҙәнде, яһанды ла, Гөлмиҙәргә барам, тигән булып сығып китеп, ҡояш байығас ҡына ҡайтты.

Б ә ҙ р и. Ярай, ярай, зыян юҡ. Була торған эш. Ул турала йәштәр алдатмайҙар. Нисек, былай һүҙмаҙар ишетелмәнеме?

Ғ ә л и м ә. Ниндәй һүҙ?

Б ә ҙ р и. Туй араһында ни, төрлө хәбәрҙәр була тор­ған ул.

Ғ ә л и м ә. Улай ишетелмәй. Сыға алғаным да юҡ. Миңлениса осрап: «Туй яһарға ятаһығыҙ икән, хәйерле булһын», — тип китте.

Б ә ҙ р и. Килеүсе-фәлән дә булманымы?

Ғәлимә. Юҡ... Һиңә әйтмәм дә тигән инем, бөгөн иртә менән Саҙрый килде лә дә, әллә ниндәй хәбәрҙәр һөләргә тотондо. Имеш, Ғәлиәбаныу элек башҡа берәү ме­нән йөрөгән дә, уны ташлап, икенсегә барған була. Теге ташланған егетте бүлмәһенә алғылаған була. Хәҙер ул егет шуларҙы урамда йырлап йөрөй, имеш, ти. Белмәйем, ысындырмы?

Б ә ҙ р и. Ана, әйтәм бит, туй ваҡытында төрлө хә­бәрҙәр була тип ?

Әйҙә, һөйләй бирһендәр. Чорт с ним! Йөрөһә йөрөгәндер, кем йөрөмәй. Исмәғил кеүек егетте ҡулға төшөрөрлөк булғанда, элеккеһен ниңә ташламаҫҡа!..

Ғ ә л и м ә. Эт өрөр, буре йөрөр, ти. Кеше һүҙенә ҡарап бөтөп булмаҫ инде.

Б ә ҙ р и. Сеү әле, сеү! (Ағастар араһыка үрелә-үрелә ҡаранып.) Кемдер килә? (Тағы аҙыраҡ ҡарап.) Исмәғил. Тиҙ, тиҙ, ҡатын!.. Китәйек, Ғәлиәбаныуға килә...

Ғәлимә. (һикереп төшәм тигәндә, яңылыш баҫып, ергә ҡаплана). Алла... (Тора алмай ята.)

Бәҙри. Эй, сәнселгере!.. Тиҙ тор инде, ни һыйыр кеүек йәйелеп ятаһың!.. (Тартып торғоҙоп, һөйрәп китә башлай. Ғәлимә аҡһайаҡһай йүгерә.)

Исмәғил тауышы. Бәҙри ағай, ҡайҙа ҡасаһың? (Сәхнәгә килеп инә.) Бәҙри менән Ғәлимә туктайҙар.

Бәҙри (килеберәк). Ә... Һин икәнһең... Кемдер тип, уҫалдар-маҙармы тип торам...

Исмәғил. Уҫал булһаҡ та булырбыҙ шул.

Бәҙри (һи-һи-һи, тип көлөп ялағайланып). Беҙ йәштәрҙең бындай уҫаллығын сит күрмәйбеҙ... Йәш саҡта шулай була инде ул.

Исмәғил. Ни хәл, Ғәлимә еңгә, эштәр гөрләйме?

Бәҙри. Ни-һи-һи...

Ғәлимә. Аллаға шөкөр, бик һәйбәт әле.

Исмәғил. Төн буйы баҡсала икәү генә нимә серләшеп ултыраһығыҙ.

Бәҙри. Ни серләшәйек. Барыһы ла шул инде.

И с м ә ғ и л(асыуын тыйырға тырышып, мыҫҡыл иткән һымаҡ). Һеҙ бик шат, Бәҙри ағай! Ҡыуанысығыҙ эсегеҙгә һыймағандай күренә.

Ғәлимә.Хоҙайға шөкөр инде. Шундай ҙур эшкә нисек ҡыуанмаҫһың.

Бәҙри.һи-һи-һи... Ҡыуанысыбыҙ эсебеҙгә генә түгел, донъяға ла һыя алмай.

И с м ә ғ и л.Мин дә шулай тип ишеткәйнем. Мөбәрәк булһын туйҙар!

Бәҙри. Шулай инде, шулай... (Ғәлимә менән ишаралар яһашып.) Беҙ һиңә ҡамасаулаһаҡ, китәйек...

Исмәғил. Мин тараҡан булдым, ахырыһы, һеҙгә.

Бәҙри. Юҡ, юҡ. Алла һаҡлаһын!..

Исмәғил (саҡ-саҡ үҙен тыйып). Хәйер инде, һеҙҙең донъяға һыймаған ҙур ҡыуанысығыҙға ҡамасаулайымдыр шул.

Б ә ҙ р и. Улай тип әйтә күрмә. Беҙ үҙебеҙ һиңә тара­ҡан булмайыҡ тибеҙ.

И с м ә ғ и л (сабырын юйып ҡысҡырып), Бәҙри ағай! Бөтәһе лә беленде инде.

Бөҙри менән Ғәлимә шикләнеп китәләр.

Бәҙри. Нисек, нисек? Нимә беленде? Ни булды?

И с м ә ғ и л (асыу менән). Ни булғаны үҙегеҙгә билдәле, ниңә минән һорайһың уны! (Ҡыҙыу-ҡыҙыу йөрөй башлай.)

Ғәлимә. Эй хоҙайым, араға дошман индеме әллә?

Бәҙри. Беҙ бер нәмә лә белмәйбеҙ, ни хәл был, ә?

Исмәғил(туҡтап, бик асыу менән). Һин тиле, аңра!

Бәҙри һүҙ әйтә алмай ҡалтырап ҡала.

Бәҙри. Исмәғил...

Исмәғил (аяҡ тибеп ҡысҡыра). Молчать!

Бәҙри дер-дер килә.

Исмәғил(ғәйрәт менән). Мине танымай йөрөйһөгөҙ икән әле. Бына танырһығыҙ, минең менән шаярғығыҙ килгән икән... Постой! Мине Исмәғил тиҙәр. Мин һеҙҙең ҡәҙерле кейәүегеҙ Хәлил кеүектәрҙең унауын бер бармаҡта бейетәм, беләһегеҙме?

Бәҙри(икеһе бергә). Хәлил кейәү? Ул ни тигән

Ғәлимә(бергә) һүҙ тағы?

Исмәғил. Улмы? Ғәлиәбаныуҙы Хәлилгә йәрәшкәнһегеҙ тигән һүҙ.

Ғәлимә. Туҙға яҙмағанды кем әйтә?

Бәҙри. Бына тағы кәрәк булһа. Юҡ, юҡ!

Исмәғил(асыуланът, кысҡырып). Тағы ниндәй күҙгә ҡарап алдау! Бына мин әйтәм.

Ғәлимә. Дошман һүҙелер.

Бәҙри. Һине алдағандар. Хәлил тигәнде уйға ла индергәнебеҙ юҡ.

Исмәғил. Ә ҡыҙығыҙ?

Бәҙри. Ҡыҙыбыҙ ҙа һин тип үлеп тора.

Исмәғил (ҡысҡырып). Алдама! (тушенән алып)

Ғәлимә. Һуң, вәғәҙә билгеһе итеп үҙеңә сиккән ҡулъяулыҡ та бирҙе лә баһа.

Исмәғил, ҡулъяулыҡ?.. Улайһа ул Хәлилдә.

Бәҙри (икеһе бергә). Ә! (Бер-береһенә ҡарашалар.)

Бәҙри.Эх Исмәғил улайһа беҙ яңылышҡанбыҙ.Беҙ һин тип белдек.

Ғәлимә.(Өтәләнеп йөрөп) Харап ҡына булдыҡ...оятлы ғына булдыҡ.

Бәҙри (Ғәйрәт менән) Был ни тигән эш! Мин ҡыҙымды ундай урам көсөктәренә тоттороп ебәрермен тип үҫтермәнем.Бар, ҡатын, алып сыҡ ҡыҙҙы бында (Ғәлимә сыға)

Исмәғил. Ул яғын үҙең ҡара, Бәҙри ағай, мин китәм. Бәлки, әйләнеп килермен дә. Ғәлиәбаныу неприменно миңә булырға тейешле. Һиңә йәшермәй әйтәм. Быға тиклем алам тип йөрөп, инде ситкә ебәреү — миңә үлем менән бер.

Яҡыныраҡ кил, Бәҙри ағай!

Әгәр Ғәлиәбаныуҙы Хәлилдән айырып, иртәгә үк миңә никах уҡытып бирә алһаң, туйлыҡ мәһәрҙәрҙән башҡа үҙеңә мең һум. (Туп-тура Бәҙриҙең күҙенә ҡарай.)

Бәҙри (һуңғы һүҙҙән ни эшләргә белмәй ҡалып). Э... е... е... ме-ме-мең тәңкә?!

Исмәғил. Эшләйһең бит, Бәҙри ағай, шуны?

Бәҙри (күҙҙәре дүрт булып). Булды, ҡыҙ һинеке. (Ҡулын бирә.)

Исмәғил. Ҡара, һүҙеңдә ныҡ тор. Уларҙың вәғәҙәләре бик ныҡ. һин шуны емерергә тейеш. Булдыра алмаһаң, үҙеңә үпкәлә. (Китә.)

Бәҙри (күҙҙғрен ялҡынландырып). Мең тәңкә.!!!..




Не нашли, что искали? Воспользуйтесь поиском:

vikidalka.ru - 2015-2019 год. Все права принадлежат их авторам! Нарушение авторских прав | Нарушение персональных данных