Главная

Популярная публикация

Научная публикация

Случайная публикация

Обратная связь

ТОР 5 статей:

Методические подходы к анализу финансового состояния предприятия

Проблема периодизации русской литературы ХХ века. Краткая характеристика второй половины ХХ века

Ценовые и неценовые факторы

Характеристика шлифовальных кругов и ее маркировка

Служебные части речи. Предлог. Союз. Частицы

КАТЕГОРИИ:






Алтынсы күренеш




Ғәлиәбаныу (ҡыуанып, һикергеләп). Эх, мин ниндәй бәхетле, ниндәй бәхетле! Был ҡәҙәр бәхетле булырмын тип уйламағайным. Атайҙарҙы күндереп булмаҫ, тип ҡурҡҡайным. Был ҡыуаныс хәбәрҙе Хәлил белмәй бит әле. Бөгөн инде янына сыҡмай ҡалмайым. Хәлилде оҡшатҡандар микән? Улар ҙа Исмәғилгә биреп ҡуйырҙар, тип ҡотом осоп тора ине; рәхмәт төшкөрҙәре, үҙҙәре үк юлды асып бирҙеләр.

Бәҙиға ҡарсыҡ инә.

Ғәлиәбаныу көйләй

Юрғаныбыҙ тар икән,

Мине һиңә, һине миңә.

Хәлил йәнем, һылыуым иркәм,

Беҙҙе хоҙай йәр иткән

Бәҙиға. әлхәмдүлиллә!

Ғәлиәбаны у (ҡаршы йүгереп барып). Әбей, миңә яусыға килдеңме өллә?

Бәҙиға. Эйе, эйе, ҡыҙым, һинең башыңды ашарға килдем.

Ғәлиәбаныу. Хәлилдән килгән булһаң, ашай бир.

Бәҙиға. Хәлилдән, Хәлилдән. (Ултырып.) һине башҡаға әрәм итәмме һуң?

Ғәлиәбаныу (Бәҙиғанын, арҡаһыная ҡағып). Рәх­мәт, әбей. Тагы йөҙ йыл тор!

Бәҙиа. Үһ-ү, һин бигерәк күбәйттең. Бер унауы- на барып булһа ла ярар ине әле.

Ғәлиәбаныу. Әсәйем өйҙә, хәҙер ебәрәм.

Бәҙиға. Әсәйеңдәр нисек, кунергә яйҙары бармы?

Гәлиәбан ы'у. Күнә, күнә.

Бәҙиға. Ай етеҙ! Ул яҡты ла нығытып өлгөргән.

Ғәлиәбаныу. Шулай итмәй ни уны. (Сыға башлай ҙа кире килеп.) Әй, әбей, Хәлил миңә бер нәмә лә әйтмәнеме?

Бәҙиға. Әйтмәгән ҡайҙа, тау саҡлы иттереп сәләм әйтте. Унан һуң, һыу буйына уйынға сыҡмай ҡалмаһын, тине.

Ғәлиәбаныу. Ярай тип әйтте тиерһең, йәме? Мин әсәйемде ебәрәйем. Атайым киткәнсе, һөйләшеп ҡалығыҙ. (Сыға.)

Бәҙиға яңғыҙ.

Бәҙиға. Бына ҡыҙ тиһәң дә ҡыҙ, сәсрәп тора. Уңған, етеҙ. Ул төҫ тиһәң, иҫ китәрлек. Хәлил менән икеһе пар алма кеүек пар килтереп яратылғандар инде. Хәлил дә йоҡламаған: бөтә тирә-йүн егеттәре күҙ тотоп торған ҡыҙҙың күңелен бәйләп өлгөргән. Донъяны һелкетеп торған Исмәғил һөйләнеп ҡалды. Ә Хәлил һуғып алды. Шулай итәләр уны...

Ғ ә л и м ә. инә.

Бәҙиға, Ғәлимә.

Ғ ә л и м ә. Ҡунаҡ бар икән, абайламай ҙа ҡалдым. Һау йөрөйһөңмө?

Бәҙиға. Аллаға шөкөр,? (Уҡыналар)

үҙең иҫән генә тораһыңмы? Әле ниҙәр емереп йөрөйһөң?

Ғалимә. Әле үҙен ҡалаға оҙатырға йөрөй инек тә...

Б ә ҙ и ғ а. Ә, улайһа минең йомошомдо ул киткәнсе йомошлап ҡалырға кәрәк ине. Мин һеҙгә ҙур ғына бер йомош менән килгәйнем. Китеп барманымы әле үҙе?

Ғәлимә. Юҡ, яңы ғына кейенеп сыҡты әле.

Б ә ҙ и ғ а. Улайһа, Ғәлимәбаныу, күп һуҙын торорға ваҡыт юҡ, Бәҙри киткәнсә бер яуап белеп ҡалырға кәрәк. Мин һеҙҙең ҡыҙығыҙ Ғәлиәбаныуға яусы булып килгәй­нем. Үҙегеҙ ҙә белгәнһегеҙҙер...

Шул ваҡыт Бәҙриҙең арба менән сығып барган тауышы ишетелә.

Б ә ҙ и ғ а. Китеп барҙымы әллә?

Ғ ә л и м ә. (һикереп тороп, тәҙрәгз йүгерә; ҡысҡырып). Бында ин! Ҡара әле. Туҡта әле! Атаһы!

Тышта Бәҙриҙең «тыр-р» тигән тауышы ишегелә.

Ғ ә л и м ә. Тиҙ генә өйгә инеп сыҡ әле. Бәҙиға абыстай килгәйне. (Тәҙрәнән башын ала.)

Б ә ҙ и ғ а. Инәме?

Ғ ә л и м ә.. Инә. (Килеп ултырып.) Бойҙай алып бара ине лә, киске баҙарға өлгөрәйем тип, бик ашығып тора.

Бәҙиға. Тиҙ генә яуап бирегеҙ улайһа.

Билдәрен быуып кейенгән Бәҙри инә.

Бәҙиға, Ғәлимә, Бәҙри.

Бәҙри (асыҡ йөҙ менән). Ә, иҫәнме, Бәҙиға абыстай, һау ғына йөрөйһөңмө? (Ишек төбөндә генә ултыра.)

Бәҙиға. Аллаға шөкөр. Бер көйө генә ҡыштырлап йөрөйөм шунда. Үҙең гөрләтеп кенә йөрөйһөңмө?

Бәҙри. Бик әлхәмделилла әле. Бына ҡалаға китеп барам.

Бәҙиға. Шулай икән шул. һинең юлыңды бүлдерҙем. Мин һеҙгә бер хәйерле эш менән килгәйнем. Бына Ғәлимәбаныуға әйтәм әле. Шуға бер яуап әйтеп китһәң, ҡалғаны тураһында аҙаҡтан һөйләшер инек...

Ғәлимә. Ғәлиәбаныуға яусы булып килгән Бәҙиға абыстай...

Бәҙиға. Ашығыс булғас, онотмаҫ борон шуны ла әйтәйем әле, йәштәрҙең бер-береһенә вәғәҙәләре лә бар икән. Инде эш һеҙҙән генә ҡалып тора, Ғәлиәбаныу етеҙ ҡыҙ ул, үҙе лә, бәлки, әйткәндер әле тием. (Көлөп.)

Бәҙри (ҡыуанып). Ай, Бәҙиға абыстай, һин дә ҡороға ғына йорөмәйһең. Ишеткәс үк, беҙҙе ҡыҙыбыҙҙан айырырға йөрөмәйме икән, тип эсем жыу игеп киткәйне. Уйға килгән алға килә ти шул. (Кәлә.)

Ғәлимә. Ҡыҙлы өйгә Бәҙиға абыстай килеп инһә, тиктәҫкә булмай инде ул.

Бәҙиға. Әлхәмделилла, яусы булып бирҙергән ҡыҙҙарым барыһы ла ал да гөл булып ғүмер итәләр. Бәҙиға ҡарсыҡ башымды ашаны, тигәнде бер ҙә ишеткәнем юҡ. Бер-береһенә тиң булмағандарҙы яусылап та йөрөмәйем мин.

Ғәлимә: Егеткә һүҙ әйтерлек тугел...

Бәҙри. Әле нисә әйтһәң дә бер һүҙ, китергә ашығам, һуҙып та, наҙланып та торорға ваҡытым тар», Ғәлиәбаныуҙың күңелен дә белгән инек. Беҙ ҡыҙыбыҙҙың теләгенә ҡаршы килмәйбеҙ. Үҙҙәре табышҡан, үҙҙәре вәғәҙә ҡуйышҡан. Шулай булғас, хоҙай бәхетәрен бирһен тиеүҙән башҡа һүҙебеҙ юҡ.

Ғәлимә (күҙҙ ә рен һөртөп). Хоҙай хәйерле итһен инде!

(Яулыҡ бирә)

Бәҙиға. Эйе, ҡыҙ баланы еткес тапшырған яҡшы инде. Әле Ғәлиәбаныу бик бәхетле ҡыҙ икән, бына тигән егеткә бара. Икеһе лә бәхетле балалар икән. Кейәүегеҙ ҙә һәр кемдең ышанысын ҡаҙанған. Бик һәйбәт егет, ауылда бер тип әйтерлек.

Бәҙри менән Ғәлимә ултырып сыҙай алмайҙар.

Инде, улайһа, юлындан туҡтатмайым, Бәҙри, бар, юлдарың уң булһын. Бар, мин дә ҡайтып егетте ҡыуандырайым. Юлдан күҙен алмай көтә торғандыр.

Бәҙри. Мин иртәгә ҡайтырға тырышам шунда Һөйләшербеҙ.

Бәҙиға (тороп). Рәхмәт инде, һүҙемде кире ҡаҡманығыҙ.

Ғәлимә. Ай, ҡуҙғалма әле, сәй эсмәй китергә ни.

Бәҙри. Эйе, эйе, сәй эсермәй ебәрмә.

Бәҙиға. Юҡ, юҡ, рәхмәт, ултырмайым. Ҡыуаныс хәбәрем бар, тиҙ генә берәүҙе шатландыраһым,бар, икенсе юлы эсәрмен әле. Тиҙ ҡайт, тип тилмереп ҡалды. Инде үҙ кеше булдыҡ. Хушығыҙ!

Б ә ҙ р и. Икенсе килеүеңдә, улайһа, һый әҙерләп ҡаршы алырбыҙ.

Ғәлиәбаныу (йүгереп кереп). Бирҙеләр, «башымды ашанылар», рәхмәт төшкөрҙәре! Бына хәҙер мин Хәлилдеке... Ултырҙыңмы, Исмәғил!.. Шулай була ул! (Тәҙрәгә барып.) Ана, атайым да китте. Хәйерле юл, атай, рәхмәт төшкөрө! Иҫән йөрөп, һау ҡайт.






Не нашли, что искали? Воспользуйтесь поиском:

vikidalka.ru - 2015-2024 год. Все права принадлежат их авторам! Нарушение авторских прав | Нарушение персональных данных