Главная

Популярная публикация

Научная публикация

Случайная публикация

Обратная связь

ТОР 5 статей:

Методические подходы к анализу финансового состояния предприятия

Проблема периодизации русской литературы ХХ века. Краткая характеристика второй половины ХХ века

Ценовые и неценовые факторы

Характеристика шлифовальных кругов и ее маркировка

Служебные части речи. Предлог. Союз. Частицы

КАТЕГОРИИ:






Беренсе күренеш




Лимә, Бәҙри.

Бәҙри. Ҡатын, бына был ҡапсыҡтарҙы ямайһы бар икән. Шәмбе баҙарына барғанда кәрәк булыр. (Ғәлимәнең, алдына килтереп ташлай.)

Ғ ә лимо. Нигә уны бында ташлайһың? Бер ҡулым тейгән арала ямармын әле. Соланға ташлай тор!

Бә ҙ р и. Онотма улайһа. (Алып апдына ташлай.) Һин теге көрпәләге ҡапсыҡты ла бушатып бирерһең әле... Мине оҙатҡансы был эшеңде ҡуйып торһаң да ярар ине.

Ғәлимә. Ҡуйып торһаң тип, минең ни хәжәтем бар инде. Кәрәк-ярағыңды әҙерләп ҡуйҙым. Ғәлиәбаныуҙың шәлен тиҙерәк бәйләтеп алайым тип маташам.

Бәҙри. Ярай, ярай, улайһа.

Ғәлимә. Кәшифәнең ҡулы буш саҡта биреп ҡалайым тием, Ғәлиәбаныу үҙе хәҙер бәйләй алмаҫ инде.

Бәҙри. Ай, ҡатын, теге ҡулъяулыҡ ни эшләгән? ҡулъяулыҡ? Осҡандыр инде ул күптән.

Ғәлимә. Бына хәҙер Ғәлиәбаныу һыуға китер, ҡарарбыҙ.

Бәҙри. Инде икеләнеп тораһы ла юҡ. Бойҙайҙы һалып тиҙерәк алаға китергә генә. (ҡыуанып көлөп)

Ғәлиәбаныу төҫ менән дә ауылда бер ине, аҡыл енән дә өҫтөн булып сыҡты. Бына тигән егет һайлай белде.

Ғ ә л и м ә. Бындайҙы инде шәм яғып эҙләһәң дә тапмаҫһың. Бай, төҫкә лә ярайһы ғына, артыҡ боҙоҡлоғо ла ишетелмәй.

Б ә ҙ р и. Боҙоҡлоғо тип, ундай ғына ғәйеп хан ҡыҙында ла була. «Кеҫәң ҡалын булһа,йөрәктең фәҡирлеге күренмәй ул.

Ғәлимә. Мәһәр ҡотлап ни һалырмын икән инде? Ике бөтөн тәңкәм бар. Шуға бер кешимир яулыҡ ҡушып һалһам ярармы икән? Әллә ситса ғына булһа ла күлдәк ҡушырмынмы икән? Сатин күлдәк булғанда бик йәмле булыр инде булыуын,

(бәҙри яулыкты эҙләп маташа)

Б ә ҙ р и әһә!. Вжжт, елдәр иҫә тегендә! Ҡатын тим. ҡулъяулыҡ күптән Исмәғилдең кеҫәһендә ята.

Ғәлимә (ҡыуанып). Был йәштәрҙең уҫаллығына ла шак ҡатырһың. Ҡайҙан хәйләләрен табып бөтөрәләр. Беҙ ҙә йәш саҡта шулай инекме икән?

Бәҙри. Үткән саҡтарҙы иҫкә гөшөрөп йөрәкте әрнетмә инде, ҡатын! Унһыҙ ҙа әле йәшлекте һағынып ебәрҙем.

Ғәлимә (килеп ҡосаҡлап ала.) Тилер тағы! Туй тигәс тә, дәртләнеп китте.Ҡара әле атаһы...

Һин сәй әсеп китерһең бит? Ғәлиәбаныу самауыр ҡуйғандыр.

Б ә ҙ р и. Әҙер булһа эсермен... Мин юҡта, ҡатын, яусы-маҙар килһә, мин ҡайтҡас яуап бирербеҙ тиһәң дә, ризалығыбыҙҙы һиҙҙереп ҡуй!

Ғ ә л и м ә. (эшен ҡуйып). Ҡара әле, кем әйткәндәй, үҙебеҙҙең ризалығыбыҙҙы Ғәлиәбаныуға аҙыраҡ һиҙҙе­реп ҡуйғанда ни эшләр икән? Уның да алданыраҡ әҙерләнгәне яҡшыраҡ булыр ине. Былай ул беҙҙән ҡурҡып торор. Уның әйберҙәре бит үҙебеҙ кеүегерәк кешегә ҡаршы әҙерләнгән. Инде байҙар менән аралашырға булғас, арттырғыларбыҙ.

Б ә ҙ р и. Ҡоҙалар бай булғас та бит, беҙгә шул түшәгебеҙгә ҡарабыраҡ аяҡ һуҙмай булмаҫ, ҡатын. Ғәлиәбаныуҙы ул үҙе лә кейендерер. Беҙгә бигерәк үҙебеҙҙе ҡайғыртырға кәрәк.

Ғ ә л и м ә. Улай тип инде, атаһы, берҙән-бер ҡыҙың шундай бай йортҡа төшөргә торғанда, аяҡ аҙыраҡ юрғандан сыҡһа ла ярай. Дуҫ-дошман араһында ла күркәмерәк булғаны яҡшы бит.

Б ә ҙ р и. Хәлдән килгәнсә тырышырбыҙ инде. Нисек тә Ғәлиәбаныуға һиҙҙерергә ярай шул. Беҙҙән шикләнеп тормаһын. (Сыга башлай ҙа, яңынаи килеп.)

Шуны әйтермен тигән инем әле, Ғәлиәбаныу һыуға-нигә төшкәндә кейенеберәк, матурланыбыраҡ төшһөн ине. Уны ла аңлатып ҡуй (.Бәҙри сыға)

Ғ ә л и м ә. Ул ҡәҙәреһен электән үк әйтә киләм ин­де. Ул турыла үҙе лә бик шәп ул.

(Ғәлиәбаныу һыуҙан килә)

Ғ ә л и м ә. (ишек төбөнд ә ) Ҡыҙым, самауыр ҡуйғанһыңдыр?

Ғәлиәбаныу. Ҡайнай ҙа инде.

 

Ғәлимә. Атайың ҡалага китә бит, йомоштарың булһа, әйт!

Ғәлиәбаныу. Әсәй, атайыма ике генә бармаҡ тамбур ебе алырға ҡушһам, асыуланырмы икән?

Ғ ә л и м ә. Ниңә асыуланһын, асыуланмаҫ. Тағы башҡа йомоштарың булһа ла әйт. Төрлө ептәргә лә тауарға әйт..

Ғәлиәбаныу (ҡурҡып). Ниңә ул?

Ғ ә л и м ә. Ниңә тип, һинең әйберҙәреңде етеш иткем килә. Шундай йомоштарың булһа, әйт тип кенә иҫеңә төшөрәм. Берҙән-бер ҡыҙына атаң да ҡаршы килмәҫ.

Ғәлиәбаныу (үҙ-үҙенә). Әллә былар минең эшемде һиҙҙеләрме икән? Кисә һаҡһыҙыраҡ ҡыландыҡ шул.

Ғ ә л и м ә. Шунлыҡтан ғына әйтәм уны, бер нәмәне теләһәң, атай-әсәй ҡаршы килер тип торма тием. Үҙең кейәсәк кейемде үҙең һайлаһаң яҡшы, үҙең торасаҡ өйҙө үҙең йыйыштырған яҡшы, башҡа эштәрҙә лә шулай...

Ғәлиәбаныу (үҙ-үҙенә) Моғайын былар белгәндәр икән. Теләгемә ҡаршы килмәүҙәрен белдерергә тырыша бит. Шулай булһа, ниндәй бәхетле булыр инем.

Ғ ә л и м ә.. Берҙән-бер ҡыҙ булғас, һинең теләгең беҙҙең дә теләк инде ул. Һөйөклө кыҙының геләген үгәй алһа, ата-әсәнең бәхете шул..

Ғәлиәбаныу (Ситкә ҡарап.) Нисек кенә белдертәйем? Урыны килгәндә, әйгеп ҡалырға ине. (Әсәһен ә .) Минең... теләгемә ҡаршы килмәһәгеҙ бәхетле булыр инем. (Әйтә алмай туҡтай.)

Ғ ә л и м ә.. Беҙҙең дә бар теләгебеҙ һинең бәхегле блыуың.... Һүҙеңде әйтеп бөтөр, ҡыҙым... Минән тартынма.

Ғәлиәбаныу. Минең кейенеү- яһаныуҙан башҡа бер теләгем бар... Тик әйтергә генә оялам...

Ғ ә л и м ә. Үҙең дә аҡылһыҙ ҡыҙ түгелһең. Ни эшләгәнеңде белеп эшләгәнһеңдер. Хоҙай аҡ бәхеттәр бирһен инде. (Сыға башлай, ишекк ә еткәс.) Атайың көтә, сәйгә сыҡ инде.

Ғәлиәбаныу. Мин атайым киткәс сығам.

Ғ ә л и м ә сыға






Не нашли, что искали? Воспользуйтесь поиском:

vikidalka.ru - 2015-2024 год. Все права принадлежат их авторам! Нарушение авторских прав | Нарушение персональных данных