Главная

Популярная публикация

Научная публикация

Случайная публикация

Обратная связь

ТОР 5 статей:

Методические подходы к анализу финансового состояния предприятия

Проблема периодизации русской литературы ХХ века. Краткая характеристика второй половины ХХ века

Ценовые и неценовые факторы

Характеристика шлифовальных кругов и ее маркировка

Служебные части речи. Предлог. Союз. Частицы

КАТЕГОРИИ:






лиәбаныу менөн Ғ ә л и м ә. инәләр.




Ғәлиәбаныу (борсоулы, ҡурҡып ҡына). Мин ниңә кәрәк булдым?

Бәҙри. Әле бында, ҡыҙым, буласаҡ кейәү ҙә бар ине. Шуға күрә һине лә саҡыртҡайным.

Ғәлиәбаныу. Ниндәй кейәү?

Бәҙри. Үҙеңдең буласаҡ кейәүең, Исмәғил.

Ғәлиәбаныу (ҡурҡып китеп, аптырап). Исмәғил? Ул ниндәй кейәү булһын?

Бәҙри. Ниңә кейәү булмаһын, һине биргәс, кейәү була инде ул.

Ғәлиәбан ыу (аптырап). Был ниндәй һүҙ тағы? Бер бирҙегеҙ бит инде.

Бәҙри. Кемгә?

Ғәлиәбаныу. Хәлилгә.

Бәҙри. Юҡ, беҙ һине Хәлилгә биргәнебеҙ юҡ. Исмәғилгә тип бирҙек.

Ғәлимә. Беҙ һинең тәҙрәңә килеп йөрөгән кешене Исмәғил тип белдек.

Ғәлиәбаныу. Ах, был ни эш?

Бәҙри. Ни эш булһа ла булған да үткән. Бына һиңә шул, һин Исмәғилгә барырға тейеш!

Ғәлиәбаныу. Бәҙиға абыстайға ла вәғәҙә биреп ебәрҙегеҙ бит.

Бәҙри. Унда ла беҙ Исмәғилдән килгән тип белдек.

Ғәлимә. Ҡарт көнөбеҙҙә битебеҙгә оят килтермә, ҡыҙым, үҙ бәхетеңде кәртәләп ҡуйма! Хоҙай һиңә бер ҡыҙға ла бирмәгән бәхетен һуҙып тора.

Ғәлиәбаныу (аптыраштан айный алмай). Атай, әсәй, зинһар, мине йәберләмәгеҙ. Минең бәхетемә аяҡ салмағыҙ.

Мин уға бармайым,ҡанһыҙ ул йыртҡыс.

Бәҙри (ҡысҡырып). Мин барырһың тием!

Ғәлимә. Ғәлиәбаныу, зинһар, аҡылыңа кил! торған бәхетеңде Хәлилдең нимәһенә ашҡындың? Ике матур бер ергә килеп, бәхетле була алмаҫтар, тигән боронғолар.

Ғәлиәбаныу: Бәхетһеҙ булһам,мин һеҙгә упкәләмәм.

Ғәлимә Шундай кеше һорап торғанда, ҡарышыу гөнаһ булыр. Ундай кешенең күңелен йығыуҙың ҡурҡынысы ла бар бит.

Ғәлиәбаныу. Мин һөймәгән кешемә нисек барайым?

Бәҙри. Барғас һөйөрһөң, ҡарышма!

Ғәлиәбаныу. Мин уға барырға мәңге риза түгел!

Лимә: ҡыҙым!

Бәҙри: Атай барам тип әйт! (Атып бәрә)

Ғәлимә. Ипләп..

Бәҙри (ҡысҡырып). Тик тор, һиңә лә кәрәкме әллә?! (Уны ла һелтәп ебәрә. )

Ғәлиәбаныу, ерҙә ятҡан көйө, укһеп илай. Бәҙри күҙҙәрен алартып, ҡарап тора.

Ғәлиәбаныу (тороп,, бер агасҡа һөйәлеп, үҙ-үҙенә). Инде ни эшлейем? Атай хәҙер йәнемде алырға тора Әгәр Хәлил ҡушҡанса эшләһәм....

Бәҙри. Йә, ҡыҙым, күп уйланма! Инде аҡылға килмәнеңме?

Ғәлиәбаныу (үҙ үҙенә). (Атаһы яғына бер-ике атлап.) Инде... Ихтыярығыҙ... Мин шунан артыҡ ҡаршы тора алмайым.

Ғәлимә. Бына рәхмәт, ҡыҙым! Куптән шулай ғына әйткән булһаң, бындай күңелһеҙлектәр сыҡмаған булыр ине. (Арҡаһынан һөй ә .)

Бәҙри (тынысланып). Беҙ бит һинең бәхетең өсөн тырышабыҙ... Ярай әле, һуң булһа ла аҡылға килдең. Исмәғилгә барырға риза булдың бит инде?

Ғәлиәбаныу. һеҙҙең теләгегеҙгә риза булдым.

Бәҙри (ҡаранып). Ана, Исмәғил үҙе лә килә. Илағаныды белдермә! Ҡара, уйлап һөйләш!..

Исмәғил инә.

Исмәгил. Иҫәнме, Ғәлиәбаныу!

Ғәлиәбаныу баш эйә. Өндәшмәй.

Бәҙри (асыҡ сырай менән). Насип булһа, иртәгә никах уҡытырбыҙ инде, кейәү. (Ғәлиәбаныу һиҫкәнеп китә.)

Исмәғил (ҡыуанып) эш булдымы ни?

Ғ әлимә. һинең кеүек егет булғанда, бик ҡыуанып инде. Бәҙри. Бала бит яңылышҡан ғына. Төшөндөрөп биргәс, бик ҡыуанып риза булды.

Исм ә ғ и л (иркәләп кенә). Шулаймы ни, Ғәлиәба­ныу туташ?

Ғәлиәбаныу өндәшмәй.

Бәҙри. Ул ояла инде.

Исмәғил, Улайһа, ҡулыңды ғына бир! (Ғәлибаныу хәрәкәтһеҙ тора).

Бәҙри. ҡулыңды бир! Бир!

Ғәлимә. Ҡыҙым!

Ғәлиәбаныу (ҡулын биреп.) Й әнең тыныс булһын!

Исмәғил. Бына рәхмәт. (Ҡарттар ҡыуанышалар.)

Исмәғил. Ярай, бөгөнгә мин киттем. Ҡалғаны иртәгә. Хушығыҙ!

Бәҙри (эйелеп ҡала). Хуш, хуш! Аллаға тапшырҙыҡ...

Ш а р шау

Беренсе картиналагы күренеш. Төн уртаһы. Ай нурҙарын ҡоя.

Тынлыҡ. Аҡрын ғына Исмәғил инә.

Беренсе куренеш

Исмәгил яңғыҙ.

Исмәғил. Йоҡлайҙар. Тик мин генә йоҡлай алмайым. Бына тағы килдем. Ниңә килдем мин бында? Төндә ни бар миңә? Ғәлиәбаныуҙың бүлмәһенә инергәме?.. Юҡ... Мине бында көнсөллек килтерә. Көнләшеү генә түгел, ҡурҡыу килтерә... Ҡыҙҙың атаһын һатып алдым. Ҡыҙ ҙа инде тулай алмаҫ. Тик иртәгә никахты беркеткәнгә тиклем Хәлилдән һаҡларға кәрәк. Төндә килеп, Ғәлиәбаныуҙы тағы кире уйларға өндәп йөрөмәһен...Йоҡлаймы икән үҙе? (Аҡрын ғына барып, тәҙрәнән ҡарап килә.) Йоҡлай, ахырыһы... Урынына йөҙ түбән ятҡан. Илай-илай йоҡлап киткәндер. Әйҙә, ила! Кисә бик шәп инең әле.мин һине нисек тә тота белермен!...Миңә нимә? Миңә намыҫ ҡыйбат! Исемемде тапатмау ҡыйбат!

(Сыбыҡтар сытырлаган тауыш ишегеп.) Был ни?.. (Тыңлап тора.) Берәү килә ахырыһы. (Сыбыҡтар араһынан күрерг ә тырышып.) Хәлилдер... (Ҡарап.) Хәлил. Ярай, кил! Мин һиңә кемлегемде танытайым. (Кеҫәһенән револьвер алып.) Күп шаяра башлаһаң, мин һине бының менән дә һыйлай белермен. (Ағастарға ышыҡлана.)

Аҡрын ғына баҫып, тирә-яғына ҡарана-ҡарана, һаҡланып ҡына Хәлил инә.

Хәлил (сәхнә уртаһында туҡтап). Ни хәлдәр бар икән был йортта? Эштәр башҡасаға әйләнгән булып, һаҡлап тороп, харап итә күрмәһендәр. (тәҙрәгә барып, үрелеп ҡарай, тирә-яғына ҡарап алып, т ә ҙрәг ә сирт ә .)

Исмәғил, револьверьш тоткан килеш, бик ентекләп карап тора.Тағы сиртә, т ә ҙрә асыла.)Тәҙерәңә егет килгән,

Йоҡлап ятма,һылыуым

Ғәлиәбаныу. Хәлил, килдеңме?

Хәлил. Йә, эштәр нисек?

Ғәлиәбаныу. Эй, йәнем, мине Исмәғилгә барырға күндерер өсөн күрмәгәнде күрһәттеләр.

Хәлил. Мин әйткәнсә эшләнеңме?

Ғәлиәбан ы у. Бында башта уҡ ҙур яңылышлыҡ булған. Атайҙар мине Исмәғилгә бирҙек тип уйлағандар. Мин быны ишеткәс, аптырап, ни эшләргә лә белмәнем.

Хәлил. Бына кәрәк булһа! һуң, нисек бөттө?

Ғәлиәбаныу. Риза булған булып, эште саҡ йүнәттем.

Исмәғил уҙгәреп китә. Асыуынан ни ә шл ә ргә белмәй.

Хәлил. Мин аттар, кешеләр алып килдем. Ҡуралар артында ғына тора. Китәйек улайһа, тиҙ!

Исмәғил револьверын тотоп, атылып сьгкмаҡсы була. Тағы тыйыла.

Ғәлиәбаныу. Яҡын тирәлә кеше-ҡара юҡмы?

Хәлил. Юҡ, әйҙә тиҙерәк!

Ғәлиәбаныу тәҙрәнөн тешә. Хәлил күтәреп ала.

Исмәғил (сыҙай алмай, өҫтдренә атыла яҙып). Ултерәм!

Ғәлиәбаныу. Тотолмаһаҡ ҡына ярар ине. Хәйерле генә булһын инде!

Хәлил (Ғәлиәбаныуҙың биленән алып)Йә, киттек...

(етәкләшеп йүгереп китә башлайҙар. Исмәғил револьверлы ҡулын кеҫәһенә тығып, тып итеп алдарына килеп баҫа. Былар кире сигенәләр.)

Ғәлиәбаныу (бик ҡурҡып). Ах!

Хәлил (ҡурҡыу-асыу ҡатыш). Нимә кәрәк һиңә?

И смәғил (бик ҡаты асыу мен ә н). Ебәр Ғәлиәба­ныуҙы!

Хәлил. Ниңә ебәрәйем мин уны!.. (Китмәксе була.)

Исмәғил (револьверын төҙ ә п). Ҡуҙғалма!

Ғәлиәбаныу. Һай!.. (Ҡулдары мен ә н йөҙөк ҡап- лап, Хәлилдең күкрәгенә ташлана.)

Хәлил. Һин нимә?! (Ҡурҡып сигепеп китә.)

Исмәғил. Бир яҡшылыҡ менән Ғәлиәбаныуҙы!.. Йә Ғәлиәбаныуҙы бирәһең, йә йәнеңде!

Хәлил. Булмаҫты һөйләмә. Ебәр беҙҙе. Үҙеңә лә файҙа юҡ. Уйла, зинһар, Исмәғил. Мине үлтереп барыбер Ғәлиәбаныуҙы ала алмайһың бит...

Исмәғил. Унда һинең эшең булмаһын! Уныһын мин үҙем ҡарармын. Һин бына үҙ хәлеңде тикшер. Ташлайһыңмы яҡшылыҡ менән, юҡмы?

Ғәлиәбаныу (саҡ ҡына башын күтәреп, револъверға күҙен төшөрмәй генә). Зинһар, Исмәғил ағай, беҙҙе йәберләмә!

Хәлил. Беҙ бәләкәй саҡтан бер-беребеҙҙе һөйөп, вәғәҙәләр бирештек. Һиңә көндәш булыу тигәнде уйлағаным да юҡ. Һин беҙҙе юҡҡа харап итмә!

Исмәғил. (Револъверын Хәлилдең мацлайыиа уҡ килтереп.) Бына.бер минуттан вәғәҙәләрегеҙҙең көлө куккә осор....

Ғәлиәбаныу (хәлдән тайып). Атма! Атма!Исмәғил ағай.

Исмәғил. Кит Хәлилдең янынан!

Исмәғил (аҙ гына көтөп тора ла һул ҡулы менән Ғәлиәбаныуҙың ҡулына тотона; Ғәлиәбаныу тартыла; көс менән тартып алып, Хәлилгә).

Инде Ғәлиәбаныу миндә. Һин үҙеңдең яҙмышыңды билдәлә! Йә тура ғына сығып кит, йә донъя менән хушлаш! Бер минут ваҡыт һиңә...

Хәлил ҡапыл Исмәғилдең өҫтәнә ташлана. Исмәғил атырға өлгөрә ҡала. Револьверы ергә тошә. Икәү алыша башлайҙар. Ахырыһы Исмәғил, Хәлилде ергә йығып, өҫтөнә атлана. Ләкин Хәлил ерҙәге револверзырҙы алып өлгөрә лә яткан еренән өҫтөндеге Исмәғилгә төҙәй.

Исмәғил (кире сигенә биреп). Шаяртма тием минең менән!

Хәлил. Тор! Атам!

Исмәғил. Уйнама тием! (Аҡрын гына тора.)

Хәлил (револьверҙы төҙәгән килеш тороп). Бына инде һин минең ҡулда. Инде мин һинең яҙмышың менән уйнайым. Беҙҙән ҡалаһыңмы? Юҡмы?

Ғәлиәбаныу (Хәлилгә килеп йәбешеп). Ай, үҙеңде харап итәһең. Атма, зинһар! Атма тим, Хәлил! Ташла ергә уны! Ташла зинһар, ташла!

И с м ә ғ и л. Йә, күрһәт егетлегеңде

Х ә л и л. һинең кеүек этте атырға ерәнәм. (Револьверҙы ерг ә бәрә.Исмәғил револьверға ташлана.)Ал иманың булһа..

И с м ә ғ и л (асыуынан быуылып). Ә, этме?!Мә улайһа! (Атып ебәрә.)

Х ә л и л. Исмәғил ни-ңә ат-тың....

Ғәлиәбаныу Хәлииил!!!!

1 Егет. Хәлил? Хәлил! Кешеләр, бында килегеҙ, үлтереш!

Йәштәр йугереп киләләр

1кеше. Ни булды, был ни эш?

2кеше. Ни эшләне? Кем атты?

Ғәлимә. Хоҙайым!!!

Бәҙри. Ниндәй тауыш? Кем атты?!!

1 Егет. Исмәғил!

Ғәлимә: ах.нишләуең Исмәғил!!

Бәҙри: беҙ һине кейәу итергә тип уйлағайныҡ.

Уратып алалар.

Ғәлиәбаныу:шулай уҡ айрылабыҙмы ни хәлилем

Хәлил. Ғәлиә..баныу... инде үлһәм дә үкенмәйнем, һөйгәнем ҡулында йән бирәм. (үлә)

Ғәлиә -улде

Ғәлиәбаныу (илап ҡаплана). Хуш, Хәлил!!! Һинең миңә бағышлаған йырың берҙән – бер йыуанысым булып ҡалыр... мин уны һине һағынғанда йырлармын...

аҡ күлдәгем теккән саҡта

белдем атлас етмәҫен

бала саҡтан яратышҡан

Хәлил, йәнем,бәғерем иркәм

Ник ҡалдырып китәһең

Төтөн ебәрелә, Х,Ғ. Тороп ултыралар, ике кеше Хәлилгә түбәтәй, Ғ-башына шәл ябалар,ҡалғандар теҙелеп ултыра, аят тауышы.

Ҡара йөҙҙәр музыкаһына массовка яйлап ҡына байрам итә. Х-Ғ алға килеп өйрөләләр,бер-беренә ҡарашалар. Сәхнә ярым ҡараңғы. Х яйлап ҡына артҡа китә(под пушкой, еще раз дымка), массовка уның артынан.

Хәлил артҡа китеп юғала..Ғәлиәбаныу сугеп төшә.

 






Не нашли, что искали? Воспользуйтесь поиском:

vikidalka.ru - 2015-2024 год. Все права принадлежат их авторам! Нарушение авторских прав | Нарушение персональных данных